Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек
30 Сентябрь 2022, 12:34

Еңеү менән ҡайтығыҙ, ил улдары!

Бөгөн, 30 сентябрҙә Ҡырмыҫҡалы ауылының Еңеү паркында Ҡырмыҫҡалы һәм Архангел райондарынан мобилизацияланған ир-егеттәрҙе оҙатыу буйынса митинг уҙғарылды. Һалдаттарға район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров, Архангел район хакимиәте башлығы Айрат Сәйетғәлин, Илтерәк ауылы ғибәҙәтханаһы настоятеле Евгений Герасимов, Ҡырмыҫҡалы районы имам-мөхтәсибе Ирек хәҙрәт Әбүталипов ихлас теләктәрен еткерҙе.  

Еңеү менән ҡайтығыҙ, ил улдары!
Еңеү менән ҡайтығыҙ, ил улдары!

- Хөрмәтле ир-егеттәр, атай-әсәйҙәр, оҙатыусыларҙың туғандары. Бөгөн Еңеү паркында иң ҡыйыу, ысын батыр кешеләр йыйылған. Һеҙҙең алдығыҙға ауыр һайлау ҡуйылды һәм һеҙ быны эшләнегеҙ. Ҙур рәхмәт һеҙгә. Беҙ барыбыҙ ҙа һеҙгә ышанабыҙ һәм иҫән-имен, бурысығыҙҙы намыҫ менән үтәп, еңеү яулап ҡайтыуығыҙҙы теләйбеҙ.

Бында ҡалған һәр ғаилә иғтибарһыҙ ҡалмаясаҡ, һәр береһе иғтибар һәм хәстәрлек менән уратып алынасаҡ, - тине район хакимиәте башлығы Әлфир Фәрхәт улы.

Ҡарлыманбаш ауылынан дүрт ул әсәһе Айгөл Ғибәҙуллина ла бөгөн улы Рөстәмде оҙатырға килгән.

- Мин игеҙәк улдарымдың һыңары Рөстәмде оҙатам. Ул Сахалинда танкист, һуңынан һауа-десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итте. Повестка килгәнгә тиклем Өфө ҡалаһында эшләп йөрөй ине. 

Күңелем барыһы ла яҡшы булыр, тип ышана. Ҡайғырмаҫҡа тырышам, улыма иҫән-һау тиҙерәк әйләнем ҡайтыуын теләйем, - ти ул.

Ил һаҡсыларын атай-әсәйҙәре, ҡатындары, кәләштәре, балалары, туғандары, дуҫтары - иң ауыр һәм яуаплы ваҡытта оҙатып ҡалдылар. Уларҙың күптәренең күҙҙәре йәшле, битендә йоҡоһоҙ төн эҙҙәре булһа ла, улар үҙҙәрен ҡулға алып, китеүселәрҙе кәйефһеҙләндермәҫкә  тырышты.

Автобусҡа ултырыусы ир-егеттәрҙе оҙатҡанда Рифҡәт Кәримов гармун уйнап, уға ҡушылып патриотик йырҙар башҡарыусылар, шундай ауыр минуттарҙа ла рух күтәренкелеге һәм ныҡлығы булырға тейешлеген иҫбатланы.

Еңеү менән, иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ, ил улдары!

Гөлсәсәк Аласова.

Автор фотолары.

 

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: