Даирә
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек
22 Сентябрь 2022, 15:31

Ҡайҙа ла ғына бармай, ниҙәр күрмәй...

“Ҡайҙа ла ғына бармай, ниҙәр күрмәй ир-егеткәй менән ат башы”, - тип йырлана бер бик билдәле башҡорт халыҡ йырында. Эйе, борон-борондан ир-егеттәр иңенә илде һаҡлау һәм тыуған еребеҙҙә тыныслыҡ булдырыу бурысы һалынған. Һәм улар Ватан алдындағы ошо изге бурыстарын намыҫлы үтәй.

Ҡайҙа ла ғына бармай, ниҙәр күрмәй...
Ҡайҙа ла ғына бармай, ниҙәр күрмәй...

Ҡайҙа ла ғына бармай, ниҙәр күрмәй...
“Ҡайҙа ла ғына бармай, ниҙәр күрмәй ир-егеткәй менән ат башы”, - тип йырлана бер бик билдәле башҡорт халыҡ йырында. Эйе, борон-борондан ир-егеттәр иңенә илде һаҡлау һәм тыуған еребеҙҙә тыныслыҡ булдырыу бурысы һалынған. Һәм улар Ватан алдындағы ошо изге бурыстарын намыҫлы үтәй.
Украина биләмәһендә махсус хәрби операция башланыуҙың тәүге көндәренән алып үҙ ирке менән барырға теләк белдереүсе ирекмәндәрҙең береһе, яҡташыбыҙ - Илһам Ғәҙелшин Херсон өлкәһендә ябай булмаған оҙайлы ике айҙы үткәрә. Әлеге көндә ул өйҙә, әммә барыбер илебеҙҙең оборона министрлығы менән яңы контракт төҙөү мөмкинлеген хәтеренән сығармай.
Ошо көндәрҙә Илһам Фәрит улы Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡулынан Башҡортостан Республикаһының Маҡтаулы ҡағыҙын алды. Был награда уның Ватаныбыҙ алдындағы ҡаҙаныштары, ҡаһарманлығы һәм сыҙамлылығы билдәһе булып тора.
Етди ҡарашлы, көслө рухлы, физик яҡтан сыныҡҡан Ҡарламан ауылында йәшәүсе 54 йәшлек сержант Илһам Ғәҙелшин йөҙөнән үк уның тәртип яратыуы, хәрби хеҙмәткә булған хөрмәте асыҡ күренә.
Илһам Ғәҙелшин һөнәре буйынса зоотехник булыуға ҡарамаҫтан, 2006 йылдан алып илебеҙҙең хәрби көстәр сафында контракт буйынса хеҙмәт итә. Ул аңлы рәүештә бындай аҙымға бара, сөнки уға йәш кенә егет сағынан үлем менән күҙмә-күҙ осрашырға, Афған һуғышының ҡот осҡос ваҡиғалары эсендә ҡайнарға һәм шул уҡ ваҡытта бик күп хәрби тәжрибә тупларға тура килә. Ниндәй генә ауырлыҡтар кисерергә яҙһа ла, ул үҙенең рух ныҡлығын, психика тотороҡлоғон бер ҡасан да юғалтмай.
Ғәҙелшиндар ғаиләһе бер ул һәм ҡыҙға матур тәрбиә биреп, оло тормош юлына баҫтыралар. Хәләл ефетенең бер аҙ сәләмәтлеге менән проблемалары булыуға ҡарамаҫтан, улар бер ҡасан да донъя мәшәҡәттәренә бирешмәй, балаларына ике ейәнен үҫтереүҙә оло ярҙам күрһәтәләр. Илһам Фәрит улы ҡул ҡаушырып ултыра торғандарҙан түгел, һаҡ системаһында эшләргә лә өлгөрә.
Хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы менән һөйләшкәндән һуң шуны аңлайһың: донъяны ошондай ябай һәм шул уҡ ваҡытта көслө рухлы, хәрби бурысты һәм намыҫты үҙ ғүмерҙәренән дә юғарыраҡ баһалаусы, Тыуған илен яратыусы һәм хөрмәт итеүсе ир-егеттәр тотоп тора. “Аҫыл егет ҡайҙа йөрөһә лә ҡылған эше уның хаҡ булыр” тиелә шул уҡ халыҡ йырында. Илһам Ғәҙелшин кеүек ир-уҙамандар илебеҙҙә тыныслыҡ хөкөм һөрһөн өсөн бар көсөн һала.

Рушания ХӘМӘТҒӘЛИМОВА.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: