Даирә
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек
12 Сентябрь 2022, 09:08

Мемориаль таҡта асылды

Уҙған ял көнөндә Ҡырмыҫҡалы ауылында афған һуғышында батырҙарсы һәләк булып ҡалған яугир-яҡташыбыҙ Фәнис Мөхәмәтйәновтың әсәһе йәшәгән тыуған йортона мемориаль таҡта беркетелде. Иртән-иртүк яугирҙең йорто эргәһенә туғандары, ауылдаштары, яуҙаштары һәм ҡунаҡтар йыйылды.

Мемориаль таҡта асылды
Мемориаль таҡта асылды

Мемориаль таҡтаны асыу тантанаһында Салауат ҡалаһынан рота командиры, майор Илгиз Ғәзизов, сараны ойоштороусы, хеҙмәттәше Илдус Ҡотломөхәмәтов, Ырымбур өлкәһенән яугир-интернационалистар, баш ҡаланан  “Афғанстан ветерандарының Рәсәй союзы” төбәк бүлексәһе рәйесе Дмитрий Глушко, Ҡырмыҫҡалы ауыл советы башлығы урынбаҫары Вадим Хәкимов ҡатнашты.

Сараны алып барыусы Илгиз Ғәзизов барыһын да сәләмләп, күп егеттәребеҙ йәш кенә  килеш ташлы афған ерендә ятып ҡалды, тыуған еренә әйләнеп ҡайта алманы, тип билдәләне.

Улар араһында 1967 йылдың 11 сентябрендә тыуған Фәнис Мөхәмәтйәнов та бар. Фәнис Зәки улы Ҡораллы Көстәр сафына Силәбе өлкәһенең Катав-Ивановск хәрби комиссариатынан саҡырыла.

Рота комадиры булараҡ, Башҡортостандан яңы ғына килеп төшкән яҡташ егеттәрҙе үҙемдең ротаға алдым. Фәнис бик башҡарыусан, тыныс, ипле егет ине. Шул уҡ ваҡытта ҡыйыу, белемле, оҫта ҡарар итә белеүе арҡаһында ул отделение командиры итеп тәғәйенләнде. Һуңынан пулеметсы булып хеҙмәт итте. Кандагар тарлауыҡтарының береһендә хәрби операция барышында пулеметынан ут асып, дошмандарҙың бер нисә ут нөктәһен юҡ итте. Нәҡ шул яуҙа мина ярсыҡтары уның ғүмерен өҙҙө. Үлгәндән һуң Ҡыҙыл Байраҡ орденына лайыҡ булды.

Быға тиклем ошондай таҡташты яугир уҡыған 1-се мәктәптә урынлаштырғайныҡ. Быйыл уның вафат булыуына 35 йыл тулыу айҡанлы, мемориаль таҡтаны тыуған йортона урынлаштырырға ниәтләнек,  яҡындары, ауылдаштары һәр ваҡыт уны иҫкә алып торһон, - тип һөйләне Илгиз Ғәли улы.

Бер взводта хеҙмәт иткән хеҙмәттәше Илдус Ҡотлоәхмәтовтың һөйләүе лә бик тулҡынландырғыс булды:

- Бөгөн бик иҫтәлекле сара. Фәнис кеүек батыр, ҡыйыу ул үҫтергәндәре өсөн әсәһенә, туғандарына ҙур рәхмәт. Фәнис менән беҙ дуҫ булдыҡ. Ул тыныс, ипле, намыҫлы һәм ғәҙел ине. Һалдаттар ҙа уны яратты.

Пулемет менән яҡшы идара итә ине. Башҡаларҙыҡы кеүек уның ярҙамсыһы ла булманы. Һуңғы һулышына тиклем хәрби бурысына тоғро ҡалды...

Шулай уҡ таҡтаташты эшләргә ярҙам иткән Салауат ҡалаһы округы депутаты Сергей Даниловҡа һәм  рәссам Влад Горшковҡа ярҙамдары өсөн рәхмәт белдерәм.

Һалдатты бер минут тын ҡалып иҫкә алғандан һуң Илдус Ҡотлоәхмәтов һәм Илгиз Ғәзизов мемориаль таҡтаны асты.  

Ҡырмыҫҡалы ауыл советы хакимиәте башлығы урынбаҫары Вадим Хәкимов Афғанстан һуғышы ветерандары хәрәкәтенә патриотик тәрбиә алып барғандары, бер-береһе менән дуҫ булып, берҙәм йәшәүҙәре, яугирҙәрҙең ата-әсәләрен онотмауҙары өсөн ҙур рәхмәт белдерҙе һәм барыһына ла ныҡлы сәләмәтлек, тыныс күк йөҙө теләне.

“Афғанстан ветерандарының Рәсәй союзы” төбәк бүлексәһе рәйесе Дмитрий Глушко афғансыларҙың батырлығы үҫеп килеүсе быуын өсөн ысын патриотлыҡ өлгөһө булып тора тине һәм актив гражданлыҡ ҡараштары өсөн Раушания Мөхәмәтйәнова, Анатолий Михайлов, Илдус Ҡотлоәхмәтов, Рәфит Килдейәров, Фирҙәүес Бәхтигәрәев, Рауил Хәбибрахмановтарға Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Яугирҙең әсәһе, яуҙаштары һәм туғандары үҙ сиратында, Фәнис Зәки улын онотмағандары, ихтирам иткәндәре өсөн полк командирҙарына ҙур рәхмәт белдерҙе.
Сара таҡтаташҡа һәм Еңеү паркындағы һәйкәлдәргә ҡәнәферҙәр һалыу менән тамамланды.
Ошондай йылы осрашыуҙан һуң болоҡһоу көн яҡтырып киткәндәй тойолдо, берҙәм һәм татыу булып йәшәгән ветерандарға һоҡланыу тойғоһо артты. Фәнис Мөхмәтйәновтың батырлығы бер ҡасан да онотолмаҫ, мәңге күңелдәрҙә йәшәр.

Гөлсәсәк Аласова.

Автор фотолары.

 

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: