Даирә
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек
8 Сентябрь 2022, 15:49

Һәр саҡта хәтерҙә һаҡланыр

Украина биләмәһендә барған махсус операция ваҡытында хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған яҡташтарыбыҙҙың яҡты иҫтәлегенә арналған мемориаль таҡтаташтар асылды. Уҡыусыларға патриотик тәрбиә биреү маҡсатында был мөһим ваҡиғалар белем көнөндә районыбыҙ мәктәптәрендә уҙҙы.

Һәр саҡта хәтерҙә һаҡланыр
Һәр саҡта хәтерҙә һаҡланыр

Һәр саҡта хәтерҙә һаҡланыр

Украина биләмәһендә барған махсус операция ваҡытында хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған яҡташтарыбыҙҙың яҡты иҫтәлегенә арналған мемориаль таҡтаташтар асылды. Уҡыусыларға патриотик тәрбиә биреү маҡсатында был мөһим ваҡиғалар белем көнөндә районыбыҙ мәктәптәрендә уҙҙы.

Шәрипҡол ауылы мәктәбен тамамлаған Марсель Ҡорманалин һәм Олокүл ауылынан Вадим Хәкимовтың иҫтәлегенә ҡуйылған мемориаль таҡтаташ асыу айҡанлы үткәрелгән митингта Башҡортостандың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов, Архангель һәм Ҡырмыҫҡалы райондары хәрби комиссары урынбаҫары Рөстәм Вәлитов, район хакимиәте башлығы урынбаҫары Илдар Латипов, Ҡарлыман ауыл советы хакимиәте башлығы Азат Әхмәтйәнов, мәрхүмдең туғандары, мәктәп уҡытыусылары һәм уҡыусылар ҡатнашты. Һәр сығыш яһаусы ҡаһармандарса башын һалған яҡташтарыбыҙ тураһында тик изге хәтирәләре менән генә бүлеште.

Марселдең класс етәксеһе Ризида Грабовская уның тырыш һәм тәртипле уҡыусы,  һәр эштә ныҡышмал булыуы, һәр саҡ алдына ҡуйылған маҡсатҡа табан барыуы хаҡында телмәр тотто.

- Әрме хеҙмәтенән һуң Марсель ғаилә ҡора һәм тормош иптәше Айгөл менән өс балаға ғүмер бүләк иттеләр. 2018 йылдан алып контракт буйынса хеҙмәт итә, Украинала Үҙәк хәрби округ дивизияһының танк ротаһының танк взводы командиры вазифаһын башҡара ул. Ҡыҙғанысҡа, 2022 йылдың 19 майында хәрби бәрелештәрҙә, 28 йәшлек кенә егеттең ғүмере өҙөлә. Рәсәй Федерацияһы Президенты Указы менән Хәрби бурысын үтәүҙә күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн Марсель Ҡорманалин һәләк булғандан һуң Батырлыҡ ордены менән бүләкләнә.

Марсель Ҡорманалин хаҡында яҡты иҫтәлек йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр, - тип тамамланы һүҙен Ризида Рәхимйән ҡыҙы.

Вадим Хәкимов Олокүл ауылы мәктәбендә 7-се класҡа тиклем белем ала. Бәләкәй саҡтан спортты яратҡан үҫмерҙе ата-әсәһе спорт мәктәп-интернатына уҡырға бирә. Вадим унда ла һынатмай, төрлө спорт ярыштарында ҡатнашып, призлы урындар яулауға өлгәшә. Мәктәпте тамамлап, үҙенең Ватан алдындағы бурысын намыҫлы үтәгәс, ул үҙ теләге менән артабан контракт буйынса хеҙмәт итергә ҡарар итә. Вадим Хәкимов баш ҡалабыҙ Мәскәүҙең Ҡыҙыл Майҙанында уҙған Еңеү парадында, “Геройҙар ярышы” конкурсында ҡатнашырға ла өлгөрә. Шулай уҡ ул Сүриә, Таулы Ҡарабах, Тажикстан биләмәләрендәге хәрби операцияларҙа ҡатнаша. Украинала барған махсус операцияға ла иң тәүге көндәренән юллана, әммә батыр йөрәкле яҡташыбыҙҙың ғүмере ҡыҫҡа була. 18 апрелдә 27 йәшлек кенә Вадим Камил улы хәрби бурысын үтәгән саҡта батырҙарса һәләк була. Ҡаһарманлығы өсөн ул мәрхүм булғандан һуң Батырлыҡ орденыны менән бүләкләнә.

- Халыҡта “Яҡты донъяла күпме йәшәүең мөһим түгел, ә ул ғүмерҙе нисек үтеүең мөһим” тип юҡҡа әйтмәйҙәр. Беҙҙең Вадимдың ғүмере ҡыҫҡа, ләкин лайыҡлы булды. Ватан алдындағы бурысын ул намыҫлы үтәне. Мәктәп уҡыусылары һәм хеҙмәткәрҙәре Вадим Хәкимовтың изге исемен һәр саҡ хәтерҙә һаҡлар, - тине үҙенең сығышында Олокүл ауылы мәктәбе директоры Рөстәм Батталов.

Башҡортостандың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов уҡыусыларҙы һәм уҡытыусыларҙы яңы уҡыу йылы башланыу менән Республика Башлығы Радий Хәбиров исеменән ҡотланы, уларға яңы еңеүҙәр, яңы үрҙәр теләне һәм:

- Бөгөнгө көндә Рәсәй үҫеше билдәле бер этап кисерә. Беҙҙең ҡаһарман һалдаттар 1941 йылдағы яҙмыш ҡабатланмаһын өсөн тырыша. Ҡасандыр ата-бабаларыбыҙ көрәштә еңеп сыҡһа, бөгөнгө һалдаттарыбыҙ 70 йыл элек булған ваҡиғаларҙы булдырмаҫ өсөн махсус операция башҡара. Һеҙ, ҡәҙерле уҡыусылар, илебеҙ терәге һәм киләсәге булып тораһығыҙ, - тине.

Мемориаль таҡтаташтар тантаналы рәүештә асылғас, сәскәләр һалынды, һәләк булған һалдаттарҙы бер минутлыҡ тынлыҡта хәтергә алдылар.

Был көндө шулай уҡ Украинала барған махсус операцияла һәләк булған яҡташтарыбыҙға - Урал ауылында Максим Багавеевтың һәм Сихонкин ауылында Кузьма Николаевтың яҡты иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташтар асылды.

Был мемориаль таҡталар батырҙарса һәләк булған яугир яҡташтарыбыҙҙың исемдәре мәңгелеккә район тарихына яҙылды тигәнде дәлилләй. Ватан алдындағы хәрби бурыстарын үтәгән саҡта ҡаһарманлыҡ күрһәткән яҡташтарыбыҙҙың яҡты иҫтәлеге күңелдәребеҙҙә мәңге һаҡланыр.   
Розалия НАЗАРОВА

Автор фотолары

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: