Даирә
+4 °С
Ясно
Илһөйәрлек
22 Июня 2022, 11:01

Бер минут тын ҡалып иҫкә алдылар

Район үҙәгенең Еңеү паркында 1941-1945 йылдарҙа баштарын һалған яугирҙәргә бағышланған митинг үтте. Ҡырмыҫҡалылар Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яҡташтарын, унда һәләк булыусыларҙы иҫкә алыу өсөн йыйылды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Бер минут тын ҡалып иҫкә алдыларБер минут тын ҡалып иҫкә алдылар
Бер минут тын ҡалып иҫкә алдылар

Йыйылыусыларҙы район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров сәләмләне. Митингта ҡатнашыусылар Еңеү өсөн баштарын һалғандарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды.
Был көндө Украинала махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәр ҙә иҫкә алынды. Әлеге ваҡытта егеттәребеҙ Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән яугирҙәребеҙҙең батырлыҡтарын ҡабатлай. Ҡыҙғанысҡа, районыбыҙҙан хәрби антҡа тоғро ҡалып һәләк булыусылар булды.
Еңеү паркында тыныслыҡ өсөн баштарын һалған хәрбиҙәр - Вадим Хәкимов, Марсель Ҡурманалин, Максим Багавеев исеменә бағышлап ағастар ултыртылды.
Митингта РФ Указы менән үлгәндән һуң ефрейтор-разведчик-оператор Вадим Хәкимовҡа хәрби бурысын үтәгәндә ҡаһарманлыҡ күрһәткәне өсөн батырлыҡ ордены бирелде. Награда геройҙың әсәһе Дания Хәкимоваға тапшырылды.

Фәниә Сәлимгәрәева.

Автор фотолары.

 

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас