Даирә
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек
28 Май 2022, 14:57

Ил сиге һаҡсыһы һәр ваҡыт сафта

Иҫке Бәпес ауылында ил сиге һаҡсыларына һәйкәл асыу тантанаһы бик ойошҡан һәм күркәм сара булып үтте. Ул Рәсәйҙә сик буйы ғәскәрҙәре ойошторолоуға 104 йыл тулыуға арналды. 

Ил сиге һаҡсыһы һәр ваҡыт сафта
Ил сиге һаҡсыһы һәр ваҡыт сафта

Иҫкебәпеслеләрҙә һәйкәлде эшләтеү идеяһы берйыл элек барлыҡҡа килә. Урындағы мәктәп директоры Рамазан Шаймарҙанов фекерен үҙе лә сик буйы һаҡсыһы булып хеҙмәт иткән ауыл хакимиәте башлығы Азамат Ғәйфуллинға белдергәндән һуң, һәйкәл төҙөү эштәре ҡыҙыу темптар менән башлана. Һәйкәлдең ташын Ришат һәм Рамазан Шаймарҙановтар Белореттан барып алып ҡайта. Һүрәтен Өфөлә эшләтеп алалар. Ауыл егеттәре Флүр Хөснетдинов, Рөстәм Баймөхәмәтов, Рәмзил Ғөбәйҙуллиндар нигеҙенән башлап, сик бағанаһына тиклем тимерҙән иретеп йәбештереп ҡуя. Буш ваҡыттарында Венер Ҡолоҡав, Вәкил һәм Зәбир Ғимрановтар, Венер Абдуллин, Надир Әйүповтар ярҙам ҡулы һуҙып торалар.

Эйе, башланған эш бөткән эш, тиҙәр бит. Иң мөһиме - уның һөҙөмтәһе. Барлыҡ быуын ил сиге һаҡсыларына Еңеү паркында һәйкәл асыу тантанаһында булып, йәшел фуражкалыларҙың бөгөн дә,  һаҡта икәнлегенә инандым. Өфө, Архангел, Стәрлетамаҡ, Ғафури, Ауырғазы райондарынан 70-кә яҡын сик буйы ғәскәрҙәре уҙамандары машиналарына флагтар тағып, сиреналар ҡысҡыртып ауыл урамдары буйлап үтте. Ауылдың йәше-ҡарты уларҙы ҡапҡа төптәренә сығып, ҡул болғап оҙатып ҡалыуҙары байрам кәйефе өҫтәне. Машиналар парк янында туҡтағандан һуң, запастағы ил сиге һаҡсылары сафҡа теҙелеп йырҙар менән һәйкәл асылаһы майҙанға теҙелде. 

Сараны асыу тантанаһында район Советы рәйесе Ринат Шайбәков, Иҫке Бәпес ауыл биләмәһе башлығы Азамат Ғәйфуллин, "Граница" республика ижтимағи ойошмаһының Координация советы рәйесе урынбаҫары Закир Хәлитов, райондың Сик буйы ғәскәрҙәре ветерандары ижтимағи ойошмаһы рәйесе Рөстәм Маннанов ҡатнашты. Иң тәүге һүҙҙе "Нур" мәсете имам-хатибы Рәфил хәҙрәт башлап ебәрҙе:

- Әссәламү ғаләйкүм вә рахмәтуллаһи вә бәрәкатүһ! Был һәйкәл үлеләр өсөн түгел, был һәйкәл беҙгә, тереләр өсөн кәрәк. Үткәндәрҙе иҫкә алыу, киләсәк быуын өсөн уның әһәмиәте сикһеҙ. Бөгөн беҙ илебеҙ азатлығы өсөн үҙҙәрен аямай көрәшкән рухташтарыбыҙ алдында баш эйергә тейешбеҙ, тип уларҙың рухтарына аят уҡыны.

Артабан район Советы рәйесе Ринат Шайбәков, иҫкебәпеслеләрҙе һәйкәл асыу тантанаһы менән ҡотлап, район тормошонда һәм патриотик эшмәкәрлектә актив ҡатнашҡандары өсөн Азамат Ғәйфуллинға һәм Рамазан Шаймарҙановҡа район хакимиәте исеменән Рәхмәт Хаттары тапшырҙы. 

- Районда илһөйәрлек эше күп йылдар дауамында алып барыла. Әлеге ваҡытта районда 5 ошондай һәйкәл булһа, тиҙҙән ул Урал һәм Олокүл ауылдарында ла асыласаҡ. Шуныһы ҡыуаныслы, һәр ауыл биләмәһендә һәйкәл асырға теләк белдереүсе актив егеттәребеҙ бар. Улар үҙҙәренең идеяһын белдереп кенә ҡалмай, был эште аҙағына еткергәнсе, янып-көйөп йөрөйҙәр һәм теләктәренә ирешәләр, - тип билдәләне Рөстәм Фәйзрахман улы.

Тулыраҡ мәҡәләне гәзиттең киләһе һанында уҡырһығыҙ.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: