Даирә
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек
22 Май 2022, 09:27

Иҫән-имен генә хеҙмәт итеп ҡайтығыҙ, егеттәр!

 Бөгөн, 22 майҙа Ҡырмыҫҡалы һәм Архангел райондары хәрби комиссариатынан тәүге 17 егет армияға китте. Егеттәрҙе армия сафтарына оҙатыу 15 июлгә тиклем дауам итәсәк.

Иҫән-имен генә хеҙмәт итеп ҡайтығыҙ, егеттәр!
Иҫән-имен генә хеҙмәт итеп ҡайтығыҙ, егеттәр!

Быйылғы яҙғы саҡырылышта ике райондан 100-ҙән ашыу егет хәрби хеҙмәткә алынырға тейеш. Бөгөн армияға китеүсе егеттәребеҙҙе райондың хәрби комиссары Ринат Ғималов, граждандарҙы хәрби хеҙмәткә саҡырыу һәм әҙерләү бүлеге начальнигы Рөстәм Вәлитов хеҙмәт бурыстарын лайыҡлы үтәп, имен-һау тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтыуҙарын теләп оҙатып ҡалды. 

Шулай уҡ йәштәрҙе оҙатырға килгән атай-әсәйҙәрҙең, туған-тыумасаларының, яҡындарының да был көндө тулҡынланыуҙары йөҙҙәренә сыҡҡан ине. 

Олокүл ауылынан 

- Икенсе улымды армияға оҙатам. Ике йыл элек өлкән улым Мәскәү өлкәһендә лайыҡлы хеҙмәт итеп ҡайтты. Бөгөнгө көндә өйләнеп, үҙ аллы тормош көтә. Өсөнсөһө әлегә 5-се класта уҡый. Улдар үҫтергәс, уларҙың хәрби хеҙмәттән ҡайтҡандарын да сабыр ғына көтөп алырға тура килә. Барлыҡ йолаларҙы үтәп, иҫән-имен әйләнеп ҡайтыуын теләп оҙатабыҙ улыбыҙҙы, - ти Архангел районынан улын оҙатырға килгән Светлана Ишбулды ҡыҙы Ҡотлоғәлләмова.

Егеттәребеҙгә уңышлы хеҙмәт һәм иҫән-имен хәрби бурыстарын үтәп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ.

Гөлсәсәк Аласова.

 

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: