Даирә
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек
9 Май 2022, 07:18

Һуғыштың тере шаһиттары

Бөйөк Ватан һуғышы яуҙарында райондан 12834 кеше ҡатнашҡан. Уларҙың 7903-е һәләк булған һәм хәбәрһеҙ юғалған, йәғни һуғышҡа киткән һәр өсөнсө һалдат ҡына йортона иҫән-имен әйләнеп ҡайтҡан. Барлыҡ совет халҡы кеүек, кешелек тарихында ҡан ҡойғос һәм дәһшәтле һуғышта ҡырмыҫҡалылар шулай бик ҡиммәт хаҡ түләне.

Һуғыштың тере шаһиттары
Һуғыштың тере шаһиттары

Ауылдарҙа һәләк булған фронтовиктарҙың исемдәре яҙылған мәрмәр плиталар һәм обелисктарҙа бер фамилиялы байтаҡ кешеләрҙе табырға мөмкин, ҡайһы бер ғаиләләрҙән фронтҡа киткән өсәр-дүртәр кеше кире әйләнеп ҡайтмаған. Күптәре имгәнгән һәм сәламәтлектәре ҡаҡшаған йәиһә ҡайтҡас вафат булған. Бөгөн район биләмәһендә 4 Бөйөк Ватан һуғышы ветераны йәшәй. Ҡырмыҫҡалы ауылында Миңнислам Ғәбитов, Сахай ауылынан Сабирйән Әсфәндийәров, Прибельский ауылынан Илья Алексеев, Һәүәләй ауылынан Николай Астафьев. Иң өлкән ветеран – Сахай ауылында йәшәүсе Сабирйән Әсфәндийәровҡа - 105 йәш. Иң “йәштәре” лә хәҙер күптән туҡһан йәште уҙған.
Һеҙҙең батырлығығыҙ үлемһеҙ, ҡәҙерле ветерандар! Был һуғышта һәләк булған һәм иҫән ҡалғандарға мәңгелек дан!

Гөлсәсәк Аласова.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: