Даирә
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек
16 Апрель 2022, 16:44

Валерий Вәхитов иҫтәлегенә волейбол турниры

Бөгөн Чечен һуғышында һәләк булған Валерий Вәхитов иҫтәлегенә тәүге тапҡыр волейбол турниры уҙғарылды. Район үҙәгенең балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбенең спорт залында Ҡарлыман, Иҫке Бәпес, Иҫке Муса һәм хәрби хәрәкәттәр ветерандарының йыйылма командалары көс һынашты.   

Валерий Вәхитов иҫтәлегенә волейбол турниры
Валерий Вәхитов иҫтәлегенә волейбол турниры

Уйын башланыр алдынан турнирҙың ойоштороусыһы Чечен хәрби хәрәкәттәр ветерандары советы рәйесе Финат Бикҡужин барлыҡ уйынсыларҙы сәләмләне.

- Бөгөн үҙенсәлекле көн. Беҙ Ҡырмыҫҡалы ауылында тыуып үҫкән яуҙашыбыҙ Валерий Вәхитовтың хәтерен хөрмәтләп иҫкә алабыҙ һәм бөгөнгө тәүге тапҡыр волейбол турнирын уның иҫтәлегенә бағышлайбыҙ, - тип  ҡатнашыусыларға рәхмәтен белдерҙе һәм иң көслөләргә еңеү теләне. Артабан һүҙ яугирҙең ата-әсәһе Тамара һәм Филарит Вәхитовтарға бирелде.

- Ветерандар тарафынан хәрби-патриотик тәрбиә алып барылыуы һәм сәләмәт йәшәү рәүеше пропагандаланыуы бик яҡшы күренеш. Улыбыҙҙы онотмауығыҙ, уның иҫтәлеген хөрмәтләүегеҙ өсөн рәхмәт. Илебеҙ тыныслығы хаҡына хәрби хеҙмәт юлы үткән һәр һалдатты геройға тиңләр инем. Һеҙҙең барығыҙға ла ярыш сәме һәм еңеүҙәр теләйем, тине Филарит Мансур улы

Уйындар көсөргәнешле һәм шул ваҡытта дуҫтарса атмосферала барҙы. Көйәрмәндәр ярышсыларҙы хуплап, дәртләндереп торҙолар. Судья Фаяз Ғайса улы Рамазанов еңеүселәрҙе иғлан иткәндән һуң Ҡарлыман ауылы командаһы - беренсе, Иҫке Муса ауылы командаһы – икенсе, Иҫкебәпестәр өсөнсө урын яуланы. Еңеүселәр миҙалдар һәм Дипломдар менән бүләкләнде. "Иң яҡшы уйынсы" тип билдәләнгән Иҫке Муса ауылы командаһы уйынсыһы Искәндәр Әминевҡа иҫтәлекле кубок тапшырылды.

Гөлсәсәк Аласова.

Автор фотолары.
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: