Даирә
+6 °С
Облачно
Илһөйәрлек
22 Февраля 2022, 13:48

Хәрби хәрәкәттәр ветерандары менән осрашыу

23 февраль – мәктәп уҡыусыларына батырлыҡ, ҡаһарманлыҡ һәм ҡыйыулыҡ төшөнсәләрен тағы бер тапҡыр иҫтәренә төшөрөү өсөн яҡшы мөмкинлек. Һәр ғаиләлә Ватанды һаҡлаусылар бар. Илебеҙҙе һаҡлаған ысын Геройҙарҙың беҙҙең арала йәшәүҙәрен һәм эшләүҙәрен оноторға ярамай. Бөгөн Түбәнге Төкөн мәктәбендә лә  уҡыусылар Чечен Республикаһында хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы ауылдаштары Финат һәм Энгель Бикҡужиндар менән осрашты. Улар уҡыусыларға һуғыш ауырлыҡтары, илһөйәрлек һәм хәрби бурыс тураһында һөйләне.

Добавить в предпочтительные источники Google
Хәрби хәрәкәттәр ветерандары менән осрашыуХәрби хәрәкәттәр ветерандары менән осрашыу
Хәрби хәрәкәттәр ветерандары менән осрашыу

Уҡыусылар ҡунаҡтарҙы тын ҡалып тыңланы һәм һорауҙарын бирҙе. Ветерандар хәтирәләргә бирелеп, һуғыштағы иң хәүефле һәм ҡыҙыҡтырғыс мәлдәргә туҡталып үтте. 

- Мин һәр ваҡыт спортты үҙ иттем. Спортҡа һөйөүем физкультура техникумына уҡырға инергә этәргес булды.

Чечняға үҙ теләгем менән контракт буйынса барыуым да, романтикаға ынтылыуыма бәйле ине. Унда барғаныма үкенмәйем, шулай ҙа бергә хеҙмәт иткән иптәштәремде юғалтыу, уларҙы тыуған яҡтарына алып ҡайтып ерләү бик ауыр булды, - тине Финат Рим улы.

Был сарала райондың Чечен Респбуликаһындағы хәрби хәрәкәттәр ветерандары рәйесе Финат Бикҡужин Энгель Бикҡужинға "Чечен һуғышында ҡатнашҡаны өсөн" миҙалын тапшырҙы. Уҡыусылар үҙ сиратында ҡунаҡтарға хәрби йырҙарын һәм шиғырҙарын бүләк итте.

Бындай осрашыуҙар балаларға бик кәрәк. Улар тыуған илдең патриоттарын тәрбиәләргә, шулай уҡ интерациональ бурыстарын намыҫ менән үтәгән һалдаттарҙы онотмаҫҡа ярҙам итә.

Гөлсәсәк Аласова.

 

 

 

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас