Даирә
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек
10 Декабрь 2021, 11:14

Тыуған еренең ысын патриоты

Районыбыҙҙа тыуған яҡ тарихын өйрәнеүселәр бихисап. Уларҙың район тормошона ғына түгел, ә республика, илебеҙ тарихы хаҡына башҡарған эштәренең әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ.Тыуған яҡ тарихын өйрәнеүселәрҙең береһе – Ҡырмыҫҡалы ауылында йәшәүсе Резида Әхтәмова һөнәре буйынса тарихсы булмаһа ла, үткәндәргә башкөллө сумып, мәғлүмәттәрҙе ихлас өйрәнә. Уны яҡташыбыҙ, легендар генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов менән нәҫел ептәре лә бәйләй.

Тыуған еренең ысын патриоты
Тыуған еренең ысын патриоты

 

  • Шуға уның биографияһынан башҡалар белмәгән яңы мәғлүмәт, башҡа Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яҡташ-яугирҙар, хәбәрһеҙ юғалғандар тураһында материалдар айырыуса ныҡ ҡыҙыҡһындыра. Алыҫ йылдар, йыраҡта ҡалған ваҡиғалар, әйтерһең, уның өсөн ус төбөндә кеүек күҙ алдына баҫа. Шулай уҡ үҙе йәшәгән заман, йәғни, тыуған мәктәбе (район үҙәгенең С.М.Чугункин исемендәге мәктәп) хаҡында йыйған иҫтәлектәрҙе бихисап. Ул ваҡытын да, көсөн дә ҡыҙғанмайынса эҙләнеп, кәрәкле мәғлүмәттәрҙе киләсәк быуындарға еткереү өсөн тырыша.
    - 1979 йылда мәктәпте тамамлағандан һуң, үҙем уҡыған район үҙәгенең 1-се мәктәбендә китапханасы булып эш башланым. Артабан ситтән тороп юғары уҡыу йортон тамамланым. Шулай ҙа яратҡан һәм өйрәнгән эшемде ҡалдыра алманым. Әлеге көндә лә уны дауам итәм. Төп бурыстарымды башҡарыу менән генә сиклнмәйенсә, йәмәғәт эшенең уртаһында ҡайнарға яратам. Мин эшләй башлаған осорҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары күп, уларҙың шәп саҡтары ине әле. Тере тарих булған уҙамандарҙың йорттарына барып, иҫтәлектәр яҙып алып, альбомдар сығарҙыҡ. Яугирҙарҙы мәктәпкә саҡырып торҙоҡ. Шулай, үҙенән-үҙе тарих менән ҡыҙыҡһына башланым. Шулай уҡ мәктәптәге уҡытыусылар, төрлө сығарылыш уҡыусылары тураһында иҫтәлектәр йыйыла барҙы. Бына шулай китапхана эше үҙенән үҙе тыуған яҡты, уның тарихын өйрәнеүгә юл асты. Әйткәндәй, уҡытыусым, остазым Мәрйәм Даянова күп нимәгә өйрәтте. Ул тарих уҡытыусыһы булараҡ Бөйөк Ватан һуғышы тураһында төплө белем бирҙе. Мәрйәм Хәлил ҡыҙы райондың иң тәүге тыуған яҡты өйрәнеүселәренең береһе булғандыр. Ул яҡташ фронтовиктарҙың барыһын да яҡшы белә ине. Кемдәр һуғышҡа киткән, кемдәр ҡайтҡан – уның өсөн барыһы ла ус төбөндәге кеүек ине. Уҡытыусымдан алған мәғлүмәттәрҙең файҙаһы ҙур булды.. Артабан уҡытыусымдың юлын дауам иттем: һуғышта ҡатнашыусыларҙың туғандарын эҙләп табып, йорттарына йөрөгәндән һуң, яңы фотолар, факттар килеп табылды. Ҡайһы берҙәренең ҡайҙа йәшәгәне һәм ерләнгәне лә асыҡлана. Хәбәрһеҙ юғалғандарҙы ла тапҡаным бар, - тип һөйләне ул.
    Йылдар үтә килә Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында 112-се кавалерия дивизияһының командиры булған Миңлеғәле Шайморатовтың биографияһына ҡыҙыҡһыуы арта бара. Уның хаҡында ололарҙан ишеткәндәрен теркәй, төрлө архивтарға йөрөй. Легендар шәхес Миңлеғәле Шайморатов тураһында эҙләнеүҙәр шанлы тарихҡа барып тоташа. Халыҡ хәтерендә һаҡланғандары бик әһәмиәтле сығанаҡ булып тора. Артабан район йәмәғәтселеге уға 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһын өйрәнеүҙе ышанып тапшыра. “Миңә 112-се дивизияла хеҙмәт итеүсе 94 кешенең исемлеген бирҙеләр. Уларҙы тикшерергә ҡуштылар, шулай эҙләнеп, үҙебеҙҙең райондан ғына 150 яугирҙы таптым. Киләсәктә был һан тағы ла артыр, тип ышанам. Сөнки М.Шайморатов беҙҙең райондан булғас, яҡташтарыбыҙ үҙҙәре ошо дивизияға эләгергә теләп, ғариза яҙғандар”, - тип ҙур ышаныс менән дауам итте ул.
    Резида Шамил ҡыҙы арҙаҡлы шәхес менән сикһеҙ ғорурлана. Уның һүҙҙәре буйынса, халҡыбыҙ, бигерәк тә йәш быуын башҡалар хаҡына үҙҙәрен фиҙа иткән батырҙарыбыҙҙы оноторға тейеш түгел.
    - Тыуған яҡтың үткәне менән ҡыҙыҡһыныу халыҡтың хәтерен дә яңыртыу булып тора. Тикшереү эшен алып барғанда музейҙарҙа, төрлө архивтарҙа, китапханаларҙа оҙаҡ ваҡыт эҙләнергә тура килә. Мәҫәлән, Зәки Вәлиди исемендәге милли китапхананан, БР Үҙәк дәүләт тарих архивынан, БР Йәмәғәт ойошмаларының Үҙәк дәүләт архивынан, Матбуғат архивынан мәғлүмәт алам. Ә үҙебеҙҙең райондың һәм военкомат архивтарына даими йөрөйөм. Интернет аша хәрбиҙәрҙең документтарын өйрәнгәндә осраҡлы ғына Германия архивтарының сайтына тап булдым. Шул рәүешле яҡташыбыҙ Артур Айбулатовтың олатаһының таптым, уның биш йыл буйы немецтәрҙең төрмәһендә ултырыуын белдем. Шулай үҙебеҙҙең райондан да бер ғаиләне таптым...
    Яңы асыштар шул тиклем күңелемә ятты. Үткәндәргә байҡау яһап, туплаған мәғлүмәттәр менән башҡалар менән дә бүлешкем килә. Шуға ла китап сығарыу эшенә лә тотондом. “Мәңге тереләр...”, “Улар еңеү менән ҡайттылар”, “Минең нәҫелемдең яҙмышы”, “Бөтә башланғыстарҙың башы”, “1941-1945. Бөтәбеҙ өсөн бер еңеү. Ҡырмыҫҡалыларҙың хәрби юлдары” исемендәге китаптарым донъя күрҙе лә инде, - тип яңылыҡтар менән уртаҡлашты ул.
    Резеда Шамил ҡыҙына райондың тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәте етәксеһе вазифаһын башҡарыусы ышанып тапшыралар. Уға ниндәй генә сарала ҡатнашырға тура килмәй! Шулай, яңыраҡ ҡына баш ҡалала тыуған яҡты өйрәнеүселәр йыйыла. Унда төрлө райондарҙан килгән вәкилдәр, делегаттар осраша. “Башҡарған эштәр тураһында һөйләштек, тәжрибәләр, киләсәккә пландар тураһында, тарихты өйрәнеү, китап сығарыу тураһында уртаҡлаштыҡ, фәһемле кәңәштәр алдыҡ, мөһим мәсьәләләр ҙә күтәрелде. Бында Өфөнән генә түгел, Мәскәү ҡалаһынан да профессорҙар тыуған яҡты өйрәнеүҙең көнүҙәк икәнен аңлатып, лекция уҡыны, белем бирҙе, - тине Резида Шамил ҡыҙы.
    Резида Әхтәмованың эш кенәгәһендә тик бер генә яҙыу тора. Ул һаман йәшләй генә башлаған һөнәре буйынса хеҙмәт итә. Шулай уҡ ул ғаиләһендә һөйөклө ҡатын, хәстәрлекле әсәй һәм өләсәй. Ә тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ эш араһында күпме хеҙмәт, эҙләнеүҙәр алып бара. Тарих хәтлем тарих яҙыу – бик яуаплы һәм файҙалы эш. Ул тарих өсөн генә түгел, киләсәк быуындарҙы тәрбиәләү өсөн дә кәрәк. Был халҡыбыҙҙың патриоты булыу, халҡыңа хеҙмәт итеү ул. Тыуған яҡтың тарихын өйрәнеүселәр ил яҙмышы менән бергә халҡыбыҙ яҙмышын да яҙа.
    Фәниә Сәлимгәрәева.
    Автор фотоһы.

 

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: