Даирә
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек
16 Июнь 2021, 11:41

Батырлыҡ һәм берҙәмлек символы

Ҡабаҡ ауылында сик һаҡсыларына һәйкәл асылды. Сараға Ҡабаҡ халҡы ғына түгел, башҡа ауылдарҙан, Стәрлетамаҡ, Өфө, Ауырғазы райондарынан да йыйылған ине. Ҡабаҡ ауылында 15-ләгән ил һаҡсыһы йәшәй икән. 2019 йылда улар йыйылышып, һәйкәл булдырыу тураһында һүҙ ҡуҙғата һәм үҙ тәҡдимдәрен ауыл биләмәһе башлығы Руслан Әйүповҡа еткерә.

Һалдат бутҡаһын тәмләп ҡайтыусы һәр ир-егет ихтирамға лайыҡ, әммә ил сиге һағы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеүселәрҙең абруйы айырыуса ҙур. Был ғәскәрҙәргә тик һыналған, юғары дисциплиналы, яуаплы ир-егеттәр генә саҡырылған, сөнки уларға төрлө хәлдәр менән осрашырға тура килә. Шулай, 1993 йылдың 13 июлендә Тажикстандың көньяҡ сиген һаҡлаусы Рәсәй һалдаттарына афған боевикары менән осраша. Рәсәй ил сиге һаҡсылары 11 сәғәт буйы һөжүм итеүселәр менән алыша. Был хәлдән һуң 6 ил сиге һаҡсыһы (4-һе – үлгәндән һуң) РФ Геройы исеменә лайыҡ була. Ҡабаҡ ауылындағы Ил сиге һаҡсыларына һәйкәл асыу тантанаһы ошо тарихи датаға арнап та уҙғарылды. Сараға Ҡабаҡ халҡы ғына түгел, башҡа ауылдарҙан, Стәрлетамаҡ, Өфө, Ауырғазы райондарынан да йыйылған ине. Ҡабаҡ ауылында 15-ләгән ил һаҡсыһы йәшәй икән. 2019 йылда улар йыйылышып, һәйкәл булдырыу тураһында һүҙ ҡуҙғата һәм үҙ тәҡдимдәрен ауыл биләмәһе башлығы Руслан Әйүповҡа еткерә. Бергәләшеп урын эҙләйҙәр һәм клуб алды биләмәһенә туҡталалар. Инициативаны бар ауыл халҡы күтәреп ала һәм ҡулынан килгәнсә ярҙам күрһәтә. “Хатта күрше ауыл, күрше райондарҙа йәшәүселәр ҙә үҙ өлөшөн индерҙе”, - ти иницаторҙарҙың һәм ойоштороусыларҙың береһе Азат Ғәниев. Бөгөн был һәйкәл - йәм биреүсе, илһөйәрлек рухын таратыусы мемориал.
Сарала ҡатнашыусыларға үҙенең сәләмләү һүҙен ауыл биләмәһе башлығы Руслан Әйүпов еткерҙе. Әйткәндәй, Руслан Фәнис улы үҙе лә сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән. “Сик буйы ғәскәрҙәрендә, ғөмүмән, армияла хеҙмәт итеүемә бер ҡасан да үкенмәйем. Был ғәскәрҙәрҙә хеҙмәт иткәндә кеше өсөн ғүмер буйы кәрәкле сифаттар тәрбиәләнә. Һәйкәл ауылдың күренекле урыны ғына булмаҫ, ә үҫеп килеүсе быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләүгә булышлыҡ итер тип ышанам”, - тине ул.
Сарала шулай уҡ “Сик” республика йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Илдус Макулов, Сик буйы ғәскәрҙәре ветераны Зөлфәт Ғибәҙуллин, ауыл биләмәһенең ветерандар советы рәйесе Рауил Ғәниев, “Йондоҙ” хәрби-патриотик клубы етәксеһе Зәки Бикбаев сығыш яһаны. Һәйкәлде булдырыуға өлөш индереүсе бер төркөм активистарға Рәхмәт хаттары тапшырылды.
Һәйкәлде төҙөтөү өсөн бар күңеле менән янып йөрөүселәр араһында Марат Хисмәтулин да була. Бөгөн, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул беҙҙең арала юҡ. Ауыр сир арҡаһында быйыл мәңгелеккә күҙҙәрен йома. Ҡабаҡ ауылы халҡы Марат Сафуан улын кешелекле, әүҙем, яҡшы ойоштороусы булараҡ ҙур ихтирам менән иҫкә алды, уның ҡатыны Әлфия апайға, ҡыҙы Алинаға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Эйе, кеше был донъяларҙан китһә лә, уның тураһындағы яҡты иҫтәлектәр ярҙамында ул һәр ваҡыт тере...
Бер аҙ моңһоу булһа ла, сик һаҡсыларының йөҙөндә мораттарына ирешеү ҡыуанысы, ғорурлыҡ хистәре сағыла, сөнки улары мораттарына иреште. Хәҙер уларҙың йыл һайын Сик буйы һаҡсыларын байрам иткәндә йыйылыр, сәскәләр һалыр урыны бар. Батырлыҡ һәм ғорурлыҡ символы булған һәйкәл әллә нисә быуынға тәрбиә орлоҡтарын сәсер әле.

Эльнара ШАЙМАРҘАНОВА.
Читайте нас: