Даирә
-11 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек
20 Февраль 2021, 17:42

Егеттәр ил һаҡларға әҙер

Малай ауылы мәктәбендә “Ватанды һаҡлау­сылар” район конкурсының финалы уҙғарылды. Унда төбәк смотр­ҙарҙа иң көслө командалар иҫәбенә сыҡҡан Ҡырмыҫҡалы гимназияһы, Иҫке Бәпес, Олокүл, Шәрипҡол С.М.Чу­гункин исе­мендәге мәктәптәр һәм Ҡабаҡ ауылының кадет класы еңеү өсөн көрәште.Сараны тантаналы асҡан­дан һуң Малай ауылы мәктәбе директоры Ғайса Ғәй­фуллин, конкурстың баш судьяһы Әсҡәт Аҡбаров һәм ауылдың яугир-интер­нацио­налисы Минифан Вәхитов сығыш яһап, барыһын да яҡынлашып килгән байрам менән ҡотланы һәм командаларға уңыштар теләне.

- Конкурста ҡатнашыусы бөтә ярышыусыларҙы ла сәләмләйем. Әгәр ҙә һеҙ бөгөн үҙ мәктәбегеҙ өсөн лайыҡлы урындар яулаһағыҙ, ә инде бында күрһәткән оҫталығығыҙ һәм таҫыллылығыҙ артабанғы тормошоғоҙҙа бик кәрәк буласаҡ.
Һеҙҙең барығыҙға ла уңыш­тар һәм иң көслө ко­манда еңеп сығыуын те­ләйем, - тине Афған яугиры Минифан Әбдрәхим улы.
Иң тәүге сафтарҙа атлау һәм хәрби йыр йырлау бәйгеһендә бар командалар ҙа бик яҡшы сығыш яһаны. Баштарын юғары күтәреп, төп-төҙ атлап, сафтарҙа хәр­би-патриотик йырҙар йыр­лап үткән хәрби кейем­дәр­ҙәге егет һәм ҡыҙҙарҙың йөҙ­ҙәрендә ғорурлыҡ нурҙа­ры балҡыны. Команда капи­тан­дарының көслө һәм көр тауыштар менән сафтарға идара итеүен ҡарау үҙе бер кинәнес ине. Ләкин шулай ҙа был бәй­гелә Ҡырмыҫ­ҡалы гимназияһы команда­һы еңеүсе тип танылды. Ә Иҫке Бәпес һәм Ҡабаҡ мәктәп­тә­ре икенсе һәм өсөнсө урын­дарҙы яуланы.
Үҙешмәкәр сәнғәт кон­кур­сында уҡыусылар хәрби кейемдәрен алмаштырып, һуғыш темаһына инсце­ни­ровкалар ҡуйҙы, патриотик йырҙар йырланы, бейеүҙәр бейене. Был бәйгелә еңеүсе булып танылған Ҡабаҡ ауы­лының кадеттар командаһы тәрән мәғәнәле сәхнә­ләштереү күрһәтте. Икенсе һәм өсөнсө урын­дарҙы гимназия һәм Шә­рип­ҡол мәктәптәре алды.
Хәрби гәзиттәр сығарыу бәйгеһендә командалар үҙ­ҙәренең ижади оҫталығын, һуғыш темаһын белеүҙәрен күрһәтте. Иҫке Бәпес ко­ман­даһы иң эстәлекле һәм биҙәлешле листок сығарып, еңеүсе булһа, гимназия һәм кадеттар икенсе һәм өсөнсө урындарға лайыҡ булды.
“Медицина белеме ни­геҙ­ҙәре” бәйгеһе уҡыусы­ларҙың тиҙ ярҙам күрһәтеү өлкәһендәге белемдәрен тик­шерҙе. Был юлы ла иң ҡатмарлы һорауҙарға дөрөҫ яуап биргән Иҫке Бәпес командаһы беренселекте бир­мәне. С.М.Чугункин исе­мендәге мәк­тә­пкә икен­се, гимназияға өсөнсө урын бирелде.
(Дауамын гәзиттән уҡығыҙ)
Гөлсәсәк Бикҡужина.
Автор фотолары.
Читайте нас: