Районыбыҙҙың, республикабыҙҙың һәм илебеҙҙең киләсәге белемле, намыҫлы, һүҙе менән эше бер төптән булған алдынғы ҡарашлы йәштәр ҡулында. Улар һәр өлкәлә үҙҙәрен асып ҡарарға тырыша, белемен, оҫталығын күрһәтеп, киләсәкте тағы ла яҡшыраҡ итеү юлдарын эҙләй. Алға табан ҙур аҙымдар яһарға әҙер булған, һәләтле, әүҙем йәштәребеҙ менән ғорурланырлыҡ.
“Үҫеш нөктәһе” йәштәр форумы ошондай әүҙем йәштәрҙе йыйҙы ла инде. Йыйындың беренсе көнөндә йәштәр Ҡырмыҫҡалы үҙәк дауаханаһы табип-эпидемиологы Нурия Хафизова, фитнес-тренер Эльмира Моисеева менән осрашты. Улар үҙ сиратында сәләмәт тормош алып барыу, бөгөн көнүҙәк проблема булған коронавирус тураһында һөйләп үттеләр. Сара һуңында ҡатнашыусылар “Юғалған төш” (режиссеры Элеонора Лаврентьева) ҡыҫҡа метражлы фильмын ҡараны.
Икенсе көндө форумда ҡатнашыусылар район хакимиәтенең ҙур залына йыйылды. Сарала әүҙем һәм киләсәк өсөн борсолоп йәшәгән егет-ҡыҙҙар ҡыҙыҡлы проекттары менән уртаҡлашып, уларҙы хакимиәт вәкилдәре менән берлектә тормошҡа ашырыу юлдарын асыҡланы. Ғөмүмән, хәл итәһе мәсьәләләр етерлек.
Йыйында ҡатнашыусыларҙы район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Флизә Макеева сәләмләп, йәштәр менән бергә эшләүҙең мөһимлеген билдәләп үтте.
- Йәш быуындың актив булыуын, сәләмәт тормош алып барыуын, маҡсатҡа ирешеүсәнлеген үҫтереү буйынса эш алып барыла, сөнки беҙҙең киләсәгебеҙ улар ҡулында,- ти Флизә Наил ҡыҙы. Ул шулай уҡ йәштәргә миҫал итеп районыбыҙҙың ҙур масштаблы “Берләшмә конструкторы” республика проектында ҡатнашып, өсөнсө урын алыуы хаҡында һөйләп үтте. Был еңеүҙең артында ҙур, берҙәм коллективтың эше тороуын билдәләне һәм бер төркөм активистарға район хакимиәтенең Рәхмәт хаттарын һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. “Тирә-яҡҡа әйләнеп ҡарап, яҡындарығыҙҙы, дуҫтарығыҙҙы, күршеләрегеҙҙе ниндәй проблемалар борсоуын күреп, нимә менән ярҙам итә алыуығыҙ тураһында фекерҙәрегеҙҙе ошондай форумдарҙа асып һалыуығыҙҙы һорайбыҙ, ә беҙ уларға ярҙам ҡулы һуҙырға әҙербеҙ”,- тине Флизә Наил ҡыҙы.