Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек
25 Декабрь 2020, 17:00

Яугир-интернационалистар һәйкәленә - тере сәскәләр

Бөгөн Ҡырмыҫҡалы ауылындағы Еңеү паркында Афғанстан һуғышы ветерандары яугир-интернационалистар һәйкәленә сәскәләр һалды. Был сара 41 йыл элек, 1979 йылдың 25 декабрендә совет ғәскәрҙәренең Афғанстанға ингән көнөн иҫкә алыу уңайынан уҙғарылды.

Афғанстанда совет ғәскәрҙәре составында Башҡортостандан 9,5 меңдән ашыу кеше һуғышҡан, уларҙың күпселеге орден һәм миҙалдар менән наградланған. Башҡортостандан 340-тан ашыу яугир-интернационалист яу яланынан әйләнеп ҡайтмаған. Дөйөм алғанда, Афғанстанда беҙҙең ил 15 меңдән ашыу һалдат һәм офицерын юғалтҡан.
Сәскәләр һалыуҙа Мөрсәк ауылынан Рифат Ишморатов, Абдулла ауылынан Әнүр Хәлитов, Илтуғандан Рәфит Килдейәров, Бельскиҙан Рауил Хәбибрахманов, Кәсеүәндән Айрат Йәрмөхәмәтов, Ефремкинонан Анатолий Михайлов ҡатнашты. Улар барыһы ла 1980 йылдан алып 1987 йылға тиклем Афғанстанда хеҙмәт иткәндәр. Һәр береһе һуғышта икешәр йыл булған. Афғанстан –беҙҙең өсөн тормош мәктәбе булды, ти яугирҙәр.
Яугирҙәр әйтеүенсә, был көндө иҫкә төшөрмәү мөмкин түгел, сөнки Афғанстан һуғышында уларҙың иптәштәре, яҡташтары һәләк булған. Хәрби хеҙмәттән ҡайтҡас та, улар башта хаттар аша, хәҙер инде телефон һәм социаль селтәрҙәр аша аралашып тора. Бергәләп тыуған көндәрен, байрам сараларын уҙғаралар, фестивалдәргә йөрөйҙәр.
- Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, быйыл эпидемиологик хәл арҡаһында күп саралар уҙғарылманы. Һамар ҡалаһында бер генә фестиваль уҙҙы, ти Анатолий Михайлов.
Әйткәндәй, ошо көндәрҙә Рауил Хәбибрахманов үҙенең 60 йәшлек юбилейын билдәләй. Уны иптәштәре ихлас ғүмер байрамы менән ҡотланы.
“Күпме ғүмер үтһә лә, беҙ йәш егеттәр күргән ысынбарлыҡты оноторлоҡ түгел. Ысын мәғәнәһендә һуғышты үҙ күҙҙәрең менән күреү, уның эсендә булыу һалдаттарҙы иртә олоғайтты һәм уйсанлатты. Ләкин, ҡабаттан хәрби хеҙмәткә алһалар, мин нәҡ үҙем булған ротаны һәм хеҙмәттәштеремде һайлар инем”, - ти Рауил ағай.
Айрат Йәрмөхәмәтов, буласаҡ һалдаттарға тыныс һәм зәңгәр күк йөҙө, еңел хеҙмәт теләне.
Ап-аҡ ҡарҙа ҡып-ҡыҙыл ҡәнәфер сәскәләре, яуҙа һәләк булып ҡалған яугирҙәрҙең тамған ҡан төҫөн хәтерләтте. Яугирҙәрҙең яҡты иҫтәлеге беҙҙең күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр.
Гөлсәсәк Аласова.
Светлана Карпова фотолары.
Читайте нас: