Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек
14 Декабрь 2020, 15:53

Яҡташтарына хеҙмәт итеүенә шат

Прибельский ауыл биләмәһендә уҙғарылған бар сараларҙың уртаһында ҡайнаған Лиана Рифғәт ҡыҙы Львоваға һоҡланмаҫлыҡ түгел.

Һарт-Шишмә ауылында тыуып үҫкән ҡыҙ Прибельский мәктәбен яҡшы билдәләргә генә тамамлай. Әүҙем Лиана бәләкәстән кешеләр араһында эшләргә, уларға ярҙам итергә хыяллана, һәр ваҡыт яңылыҡҡа, алға ынтыла. Шуға ла ул теләген тормошҡа ашырыу өсөн БР Президенты ҡаршыһындағы БАГСУ-ға уҡырға инә. Унда дәүләт һәм муниципаль идара итеү белгеслеге буйынса диплом ала. Хеҙмәт юлын Өфө ҡалаһында башлап, 2016 йылда Прибельский ауыл Советы биләмәһендә 1-се категориялы белгес булып башлап ебәрә. Бында ты­рышып эшләй. Ауыл Советының төрлө программаларҙа ҡатнашыуы өсөн ҙур көс һала. Ул эшләгән осорҙа урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы сиктәрендә мосолман һәм христиан зыяраттарын кәртәләүҙең тормошҡа ашыуында ла уның роле ҙур.
(Дауамын гәзиттән уҡығыҙ)
Фәниә Сәлимгәрәева.
Фирүзә Рәхмәтуллина фотоһы.
Читайте нас: