Ҡораллы Көстәргә коронавирус инфекцияһы үтеп инеүенә юл ҡуймау маҡсатында, көҙгө саҡырылыш та барлыҡ санитар-эпидемиологик талаптарға ярашлы ойошторола.
Хәрби комиссариатҡа медицина тикшереүе үтергә килгән саҡырылыусыларҙың социаль дистанция һаҡлауы күҙәтеү аҫтында тотола. Ковид-19 ауырыуынан һаҡланыу сараларын күреү өсөн биналар көн һайын дезинфекциялана, бүлмәләр ультрафиолет-бактерицид лампалар менән йыһазландырылған, табиптар махсус кейемдәр кейеп ҡабул итә, антисептик саралар ҡуйылған, шулай уҡ автобустарға ла дезинфекция үткәрелә. Егеттәрҙең тән температуралары үлсәнә, йыйыу пунктына китер алдынан һәм унда барғас экспресс тест эшләнә. Һәр егеткә шәхси гигиена саралары һәм битлектәр һалынған контейнерҙар бирелә.