Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек
4 Октябрь 2020, 15:56

"Днепр өсөн алыш" булды

Был һуғышта Туймазы районынан Советтар Союзы Геройы Фәйзулла Хажи улы Әһлетдинов та ҡатнашҡан.

2020 йыл, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Указына ярашлы, Хәтер һәм дан йылы тип иғлан ителгәйне. Халҡыбыҙҙың Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүенең 75 йыллығына арналған саралар әле лә дауам итә. Бөгөн Туймазы районының Райман ауылында “Улар Тыуған ил өсөн көрәште” хәрби-тарихи фестивале уҙғарылды. 1943 йылда Днепр йылғаһын кискәндәге алыш реконструкцияһы фестивалдең төп ваҡиғаһы булды. Был һуғышта Туймазы районынан Советтар Союзы Геройы Фәйзулла Хажи улы Әһлетдинов та ҡатнашҡан. Тарихи ваҡиғалар реконструкцияһына Рәсәйҙең һигеҙ төбәгенән 150-нән ашыу реконструктор, Башҡортостандағы эҙәрмән отрядтары ағзалары килде. “Днепр өсөн алыш”ты сағылдырыу өсөн совет һәм немец хәрби техникаһы йәлеп ителде. Сарала интерактив майҙансыҡтар, совет, немец ретро-техникаһы экспозициялары ойошторолдо. Бынан тыш, мотокроссылар сығыш яһаны, тантаналы концерт булды. Хәрби-тарихи фестиваль проекттың Башҡортостан Башлығының граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереүгә йүнәлтелгән гранттар конкурсында еңеп сығыу һөҙөмтәһендә ойошторолдо. #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан Фото: bashinform.ru Автор: Лилия Давлетбакова https://bash.rbsmi.ru/articles/b-y-k-e-e-g-75/Dnepr-s-n-alish-buldi-482916/
Читайте нас: