Даирә
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек
14 Июнь 2020, 18:26

“Халыҡ контроле” – Зәңгәркүл буйында

“Берҙәм Рәсәй” партияһының “Халыҡ контроле” проекты әүҙемселәре коронавирусҡа бәйле хәл-торошта һаҡлыҡ сараларының нисек үтәлеүен тикшереүҙе, халыҡ араһында аңлатыу эштәре алып барыуҙы дауам итә.

Кисә улар Ҡырмыҫҡалы районындағы Зәңгәркүл буйында эшләне. Бер аҙна элек бында бер ниндәй һаҡланыу саралары ҡулланмаған халыҡтың күпләп тупланғаны теркәлгән булған.
“Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре менән берлектә аңлатыу эштәре алып барҙыҡ, әңгәмәләр ойошторҙоҡ, шулай уҡ ял итеү биләмәһен төҙөкләндереү буйынса саралар планлаштырҙыҡ”, – ти әүҙем йәмәғәтсе, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина.
Бөгөн коронавирусҡа бәйле хәлдәрҙең тотороҡланмауы бер хәүеф уятһа, әле башланып ҡына торған ял итеү миҙгелендә һыуға батып үлгәндәрҙең күп булыуы, урман-ҡырҙарҙа янғындарҙың теркәлә башлауы хәлде айырыуса ҡатмарлаштыра. Шуға күрә ошоноң ише аңлатыу, халыҡ менән аралашыу сараларының әһәмиәте бермә-бер арта.
Фотолар: “Берҙәм Рәсәй”ҙең төбәк бүлексәһе.
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: