Даирә
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
11 Июль , 12:44

Етем бала аҫраһаң...

Фәриҙә менән Сәлимйәнде Хоҙай иң татлы бәхеттән – бала һөйөүҙән мәхрүм итте. Бала саҡтан һаулыҡҡа туймаған Фәриҙә дауахана юлын тапай-тапай арыны ла, был өмөттән төңөлдө. Бер нисә тапҡыр үҙенең тыуған яғына – Өфө аръяғындағы ауылына ҡайтып китергә, Сәлимйәндән айырылырға ла уҡталды, әммә был уйын тормошҡа ашырырға тәүәккәлләй алманы. Берҙән, йәшләй яратып кейәүгә сыҡҡан ирен йәлләне, икенсенән, тиҫтә йыл эсендә йыйған донъяһын – сынъяһау йортон, гөрләп үҫкән баҡсаһын ҡыҙғанды, өсөнсөнән, айырылып ҡайтҡан ҡыҙын әсәһе ҡабул итһә лә, ҡырыҫ холоҡло үгәй атаһы яратмаҫын белә ине.

Етем бала аҫраһаң...
Етем бала аҫраһаң...

Фәриҙә менән Сәлимйәнде Хоҙай иң татлы бәхеттән – бала һөйөүҙән мәхрүм итте. Бала саҡтан һаулыҡҡа туймаған Фәриҙә дауахана юлын тапай-тапай арыны ла, был өмөттән төңөлдө. Бер нисә тапҡыр үҙенең тыуған яғына – Өфө аръяғындағы ауылына ҡайтып китергә, Сәлимйәндән айырылырға ла уҡталды, әммә был уйын тормошҡа ашырырға тәүәккәлләй алманы. Берҙән, йәшләй яратып кейәүгә сыҡҡан ирен йәлләне, икенсенән, тиҫтә йыл эсендә йыйған донъяһын – сынъяһау йортон, гөрләп үҫкән баҡсаһын ҡыҙғанды, өсөнсөнән, айырылып ҡайтҡан ҡыҙын әсәһе ҡабул итһә лә, ҡырыҫ холоҡло үгәй атаһы яратмаҫын белә ине.

Сәлимйәненең бер туған ҡустыһы Ғәлимйәндең балаларын яратҡанын, һикерткәнен, шулар ыңғайына сабый кеүек уйнағанын күреп, йөрәге өҙөлөрҙәй була ине. Шулай бер көн ҡустыһы ғаиләһе менән килеп киткәндән һуң, Сәлимйән уйланып ултырҙы ла: “Фәриҙә, әйҙә, балалар йортонан сабый алайыҡ”, - тип ҡуйҙы.

Оҙаҡ икеләнде Фәриҙә, шулай ҙа бала йәнле иренең теләгенә ҡаршы килә алманы, ризалашты. Үҙҙәре кеүек ҡараҡай ғына йәш ярымлыҡ Эльвираны һайланы улар.

Былай ҙа көйлө тормоштары тағы ла бөтәйеп, ҡотайып киткәндәй булды. Айырыуса Сәлимйәндең шатлығы эсенә һыйманы: ял көндәрендә ҡыҙын эргәләге ҙур ҡалаға алып барып, каруселдәрҙә йөрөтһөнмө, циркка алып барһынмы, ә уйынсыҡтарҙың ниндәйен генә алманы! Фәриҙә, нисек кенә тырышһа ла, балаға ире кеүек эҫенә алманы, әммә ҡаҡмай-һуҡмай матур итеп тәрбиәләне.

Йыл артынан йыл үтеп, Эльвира үҫеп етте. Тик ЖЭУ-ҙа тракторсы булып эшләгән Сәлимйән насар ғәҙәткә ылығып китте: эсеүе йышайҙы. Ошо сәбәпле ғаиләлә йыш тауыш-ғауға сыҡты. Шундай низағтарҙың береһендә йөрәкһегән Фәриҙә: "Ни тип алдырҙың был баланы, яңғыҙ булһам, башым һуҡҡан яҡҡа сығыр ҙа китер инем!” – тип әйтеп ысҡындырҙы. Был һүҙҙе тыштан инеп килгән Эльвира ла ишетте һәм атаһы менән әсәһенән дөрөҫлөктө һөйләп биреүҙе талап итте.

Дөрөҫлөк хаҡы бик әсе булып сыҡты: яңы 16 йәше тулып, былай ҙа холҡо ауыр ғына булған Эльвира бөтөнләй ҡулдан ысҡынды. Район үҙәгендә күңел асыу урындары байтаҡ ине, шуларҙан ҡайтып инмәне, күрше ҡалаға китеп юғалыуҙары ла йышайҙы. Мәктәпте ташлап, ПТУ-ға инде, тиҙҙән уныһынан ҡыуылды. Ата менән әсәнең әрләү, илау, ялбарыуҙары бер һөҙөмтә лә бирмәне, уның ҡарауы, тиҙҙән ҡалаға китеп юғалып торған Эльвира бәпес тотоп ҡайтып төштө. Ни хәл итәһең тип, сабыйҙы ҡарашып йәшәп ятҡанда, ҡыҙҙары кейәү эйәртеп ҡайтып инде. Уныһы үҙе кеүек еңел тормош яратҡан, бер ҡайҙа ла эшләмәгән әҙәм булып сыҡты. Был икәү ҡорған табындарға Сәлимйән дә ҡушылып киткеләне.

Тиҙҙән Эльвира бер-бер артлы тағы ике бала тапты. Фәриҙәнең тормошо тамуҡҡа әйләнде: өйҙә иреш-талаш тынманы, ҡыҙы бер туҡтауһыҙ әшнәләрен өйгә йыйҙы йә сығып китеп юғалды. Береһенән-береһе бәләкәй өс баланы тәрбиәләү, ашатып-эсереү тулыһынса ҡатын иңенә ятты. Ярай, Сәлимйән күндәм ярҙам итте, тик уныһы ла эсеп йонсотто.

Көндәрҙән бер көндө бындай тормоштан тамам ялҡҡан, былай ҙа шәптән булмаған һаулығы ҡаҡшаған Фәриҙә үгәй атаһы үлгәндән һуң яңғыҙ йәшәгән әсәһе янына ҡайтты ла китте. Был хәлдән Сәлимйән бөтөнләй шаңҡып ҡалды. Кешенән бурысҡа аҡса алып, ҡатыны янына барып, һөйләшеп тә ҡараны, тик Фәриҙә кире ҡайтмаясағын белдерҙе.

Ни хәл итәһең, тормош дауам итте. Ҡартатай хәленән килгәнсә балаларҙы ҡараны: ашарҙарына йүнәтте, мәктәпкә оҙатып ҡаршы алды. Ярай ҙа 60 йәше тулып, пенсияға сығып өлгөргәйне. Эскеһен тыйырға тырышты, шулай ҙа “йәшел йылан” ағыуынан бөтөнләй ҡотола алманы һәм көтмәгәндә 65 йәшлек ир үлеп ҡалды.

Ҡараусыһыҙ, яҡлаусыһыҙ ҡалған өс баланы балалар йортона алып киттеләр. Ҡасандыр әллә ҡайҙан балҡып ултырған йорт-ҡура ташландыҡ хәлдә. Унда сираттағы “дуҫы” менән Эльвира көн күрә.

Күршеләре араһында “Фәриҙә ҡайтып китмәһә, бындай хәл булмаҫ ине”, тиеүселәр ҙә бар. “Һәр кемдең үҙ тормошо, уның да үҙе өсөн йәшәргә хаҡы бар”, тип яҡлаусылар ҙа юҡ түгел. Балалар йортондағы өс бала нимә уйлап, нисек көн күрәлер – уныһы инде беҙгә ҡараңғы...

 

https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2023-04-03/etem-bala-a-ra-a-3203144 

Фото: detkisuper.ru

Автор:
Читайте нас: