Даирә
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
23 Май , 10:11

Тәүәккәлдәр һәм ҡыйыуҙар ғына булдыра

Ошоға тиклем “СтендМастер” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттең генераль директоры Радмир Исламовты тик уңышлы эшҡыуар, көләс йөҙлө кеше бу­лараҡ ҡына белә инем. Рәсәй эшҡыуарлығы көнө алдынан ҡорған әңгәмәнән һуң уны бөтөнләй икенсе яҡтан – ябай һәм изге күңелле, көслө энергиялы кеше, өлгөлө ғаилә башлығы һәм шулай уҡ рухлы шәхес, илһөйәр булараҡ астым. Хәйер, әңгәмәне уҡығас, бының ысынбарлыҡҡа тап килеүенә үҙегеҙ ҙә ышанырһығыҙ тип уйлайым.

Тәүәккәлдәр һәм ҡыйыуҙар ғына булдыра
Тәүәккәлдәр һәм ҡыйыуҙар ғына булдыра

26 май – Рәсәй эшҡыуарлығы көнө

Тәүәккәлдәр һәм ҡыйыуҙар ғына булдыра

Ошоға тиклем “СтендМастер” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттең генераль директоры Радмир Исламовты тик уңышлы эшҡыуар, көләс йөҙлө кеше бу­лараҡ ҡына белә инем. Рәсәй эшҡыуарлығы көнө алдынан ҡорған әңгәмәнән һуң уны бөтөнләй икенсе яҡтан – ябай һәм изге күңелле, көслө энергиялы кеше, өлгөлө ғаилә башлығы һәм шулай уҡ рухлы шәхес, илһөйәр булараҡ астым. Хәйер, әңгәмәне уҡығас, бының ысынбарлыҡҡа тап килеүенә үҙегеҙ ҙә ышанырһығыҙ тип уйлайым.

 - Радмир Рәжәп улы, мине иң тәүҙә уңышлы эшҡыуарҙың бала саҡ йылдары ҡайҙа үтеүе ҡыҙыҡһындыра.

- Өфө районынының Пер­вомайский ауылында донъяға килгәнмен. Күлләр ауылында тыуып үҫеп, Башҡорт дәүләт аграр институтын тамам­лаған атайым Рәжәп Наил улын йүнәлтмә буйынса шун­да эшкә ебәргәндәр. Миңә өс йәш булғанда ул үҙенең тыуған районына күсеп ҡайта. Ҡыҙға­нысҡа, атайымдың ғүмере ҡыҫҡа булды, миңә ун йәш тулғанда донъя ҡуйҙы. Ҡыр­мыҫҡалының С.М.Чугункин исемендәге мәктәбендә 8-се класҡа тиклем белем алғас, уҡыуымды Өфөләге данлыҡлы Рәми Ғарипов исемендәге 1-се һанлы Башҡорт гимназия-ин­тернатында дауам иттем.

- Ни өсөн гимназияға бары­рға ниәтләнегеҙ?

- Ата-әсәйемдәр уҡы­рға барырға тәҡдим итеүҙәре менән, шунда уҡ риза булдым. Бәләкәй саҡтан китаптар аша бик күп билдәле шәхестәрҙең гимназия-лицейҙарҙа белем алғанын белә инем. Шуға күрә бөйөк А.С.Пушкин һәм башҡалар кеүек мин дә хәҙер гимназист булам инде, тип ҡы­уандым. Шулай уҡ миңә ғүмер биргән атайымдың туған телен – башҡорт телен ныҡлап өй­рәнеү теләге лә ҙур ине.

- Артабан ниндәй һөнәр ал­дығыҙ?

- Тәүге һөнәрем буйын­са инженермын. Өфө дәүләт аграр университетын тамам­ланым. Шунда уҡ параллель рәүештә финансист һөнәрен үҙләштерҙем. Аспирантура та­мамлап, 2019 йылда ауыл ху­жалығы фәндәре кандидаты дәрәжәһен алдым.

- Эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеү ҡарары ҡасан һәм ни­сек килде?

- Юғары белем алып, бер йыл әрмелә хеҙмәт итеп ҡай­тҡас, “Артемида” хужалығына инженер булып эшкә төштөм. Аҙаҡ шул уҡ һөнәр буйынса Шайморатов ауылына күстем. Бер заман эшҡыуарлыҡ модаға инеп китте һәм мин дә яйлап был турала уйлай башланым. Аграр университетта эшҡы­уарлыҡ буйынса курс үтеп ҡайттым. Интернеттан һәм Силәбегә барып төптән өйрә­неп, 2012 йылда рабица селтәре йүнәлеше буйынса үҙ эшемде астым. Артабан автомаши­налар йыуыу эшен дә бергә йәйелдереп ебәрҙем. Һуңыраҡ “СтендМастер” йәмғиәтен ой­оштороп, шул йүнәлеште генә ҡалдырҙым.

- Эш башлап ебәреүе еңел­дән булмағандыр?

- Ныҡ ауыр булды тип әйтә алмайым. Алдан барыһын өй­рәнгәс, финанс белемем дә булғас, ул тиклем ҡыйынға төшмәне. Ниндәй йүнәлеш буйынса эш башларға уйлай­һың, шуның буйынса барлыҡ һорауҙарҙы мотлаҡ яҡшы­лап, оҙаҡ итеп, ашыҡмайынса өйрәнеп, бизнес-пландарҙы яҙып, шунан ғына эш башлап ебәрһәң, бер ауырлығы ла юҡ. Илке-һалҡы ҡарарға ярамай. Һуңғы йылдарҙа Wildberries һәм Ozon кеүек интернет-ма­газиндар ҙа эшебеҙҙә ҙур ярҙам итә. Шуны ла әйтергә кәрәк: тырышһаң, теләһә ҡайһы әй­берҙән аҡса эшләргә була.

- Һәр кем эшҡыуар була ала­мы?

- Юҡ, һәр кем эшҡыуар була алмай. Тәүәккәлдәр һәм ҡыйыуҙар ғына булдыра. Шул уҡ ваҡытта кемгәлер төбәп кенә, бына был кеше бизнесмен була алмай тип әйтеп булмай. Ҡай­һы саҡ һис уйламаған кеше көслө эшҡыуар йәки ҙур етәк­се булып китә. Мәктәптә шым ғына, өндәшмәй генә йөрөгән кеше, берәй уҡыу йортона ин­гәс йәки эшкә урынлашҡас бөтөнләй икенсе кешегә әүе­релә һәм үҙенең йәшерен һәләттәрен аса. Бына ундайҙар үҙ эшен асып, уңышлы эшләй. Конкрет кешенең күңел төп­көлөндә нимә йәшеренгәнен, уның ниндәй маҡсаттар менән йәшәүен, киләсәктә кем бу­лырын әйтеп булмай, әлбит­тә. Эшҡыуарлыҡ һәр кемгә лә бирелмәй. Әйткәндәй, нимә ул эшҡыуарлыҡ? Ул бит үҙ эшеңде асыу ғына түгел, шу­лай уҡ ҙур яуаплылылыҡ та. Иң тәүге сиратта, һин үҙеңә эшкә алған кешеләр өсөн яуаплыһың. Уларға эш һәм хеҙмәт хаҡы вәғәҙә иткәнһең икән, үтәргә кәрәк. Уларҙың да бит балалары, ғаиләһе бар. Ошоно аңларға тейешһең. Икенсенән, һин клиенттар алдында сифатлы продукция етештерергә һәм эште ваҡы­тында үтәргә һүҙ бирәһең. Мәҫәлән, кирбес эшләү менән шөғөлләнәһең икән. Ул кир­бестән һалған йорт 1-2 йылдан ҡойолоп төшөп, әллә күпме кеше һәләк булһа? Шуға ла, тағы бер ҡабатлап әйтәм, эш башлар алдынан ул йүнәлеште тулыһынса өйрәнергә кәрәк. Ҡырсынташ менән цементты бутаным да кирбес эшләнем түгел, уның да нескәлектәре бик күп. Шуны аңларға бу­рыслыһың. Өсөнсөнән инде, финанс менән эш итә белер­гә тейешһең. Ғәҙәттә, ҡайһы берәүҙәр эш башлайҙар ҙа, ғүмерҙә аҡса күрмәгән ке­шеләй, барлыҡ килемен күңел асыуға, Төркиәлә ял итеүгә, ҡыйбатлы машинаға туҙҙыра башлай. Ә бизнеста бер ҡағиҙә бар: барлыҡ килемдең 10 про­центын ғына тотона алаһың. Ни өсөнмө? Сөнки, уйла­маған, көтмәгән сығымдар килеп сығыуы мөмкин. Быны һин бер ҡасан да алдан күҙал­лай алмайһың. Станок ва­тылып ҡуямы, йә үҙең сир­ләп китәһеңме. Шулай уҡ иҡтисад үҙгәреүе, ахыр сиктә һуғыш башланып китеүе их­тимал. Шуның өсөн һинең һәр ваҡыт һаҡлыҡҡа алып ҡуйған аҡсаң булырға тейеш. Дүр­тенсенән, ғаиләң бар. Бизнес ғаиләңә мәшәҡәт тыуҙырырға тейеш түгел икәнен аңларға тейешһең. Ғаиләң өсөн һи­нең һәр ваҡыт аҡсаң булырға тейеш. Әлбиттә, бер нин­дәй ҙә бизнес-планда ғаилә тураһында яҙылмай, әммә ул һинең башыңда яҙылып ҡуйылырға тейеш. Ошо биз­нес менән шөғөлләнгәндә ғаиләмә ваҡытым ҡалырмы тип уйлау мөһим. Ғаиләң өсөн һин яуаплы. Ҡатының, балаң бар, ә һин яңы эш астың да, ун йылға уларҙың күҙ алдынан юғалдың, ти. Ни эшләп минең балалар ундай икән тип әй­терһең аҙаҡ. Һин бит уларҙың үҫкәнен күрмәгәнһең, тәрбиә бирмәгәнһең, ял көндәрендә бергәләшеп велосипедта йә саңғыла йөрөмәгәнһең. Шуға ла, эш асам тиһәң ошо мәл­дәрҙең барыһын да иҫәпкә алыу мөһим.

- Ғаилә тигәндәй, ғаиләгеҙ менән дә таныштырып үтмәҫһе­геҙме? Ғаиләгеҙгә һеҙҙең ваҡы­тығыҙ ҡаламы?

- Аллаға шөкөр, һөйөклө ҡатыным, ике ҡыҙым бар. Риа­на 2-се класты тамамлай, ә Са­бина быйыл 1-се класҡа йый­ына. Ҡатыным Алина менән бергә эшләгәс, һәр саҡ бергә­беҙ. Эшкә бергә киләбеҙ, бер­гә ҡайтабыҙ – шуныһы яҡшы. Атай-әсәйем, туғандарымдың барыһы ла Ҡырмыҫҡалыла йәшәй. Әсәйем Гөлсинә Әүхәт ҡыҙының тәмле сәйҙәрен эсеп, артабан эшләүгә көс алһам, Айгөл апайым, Гөлсәсәк һәм Айһылыу һеңлеләрем менән рәхәтләнеп аралашып, күңе­лемә ял алам. Миңә матур тәрбиә биргән, һәр саҡ изге кәңәштәре менән терәк булып торған атайым Ҡасим Шамил улына ысын күңелдән рәхмәт­лемен. Ошо ҙур ғаиләмә һәр саҡ ваҡытымды тигеҙ бүләм. Элек, мәҫәлән, машиналар йыуыу эше менән шөғөллән­гәндә, минең дә ғаиләм өсөн ваҡытым етмәй ине. Хәҙер, шөкөр, шәмбе һәм йәкшәм­бе ял итәм, үҙемде тулыһын­са ғаиләмә бағышлайым. Был бик мөһим. Балаларым мине күреп үҫергә тейеш, мин уларға тәрбиә бирергә тейеш­мен. Ваҡытты дөрөҫ бүлергә һәм бизнесҡа ла, ғаиләңә лә өлгөрөргә, алтын урталыҡты табыу зарур. Иң мөһиме – яҡындарымдың иҫән-һау һәм бәхетле булыуы. Минең өсөн ошонан да ҙурыраҡ бәхет юҡ.

- Ялдарҙы нисек үткәрәһе­геҙ? Сит илдәргә сәйәхәт ҡы­лаһығыҙмы?

- Балалар төрлө яҡлап үҫешһен өсөн Башҡортостан һәм Рәсәй буйлап сәйәхәт ҡы­лабыҙ, төрлө иҫтәлекле урын­дар менән танышабыҙ. Аллаға шөкөр, ундай урындар күп. Шулай уҡ хеҙмәт терапияһын да онотмайбыҙ. Күмәкләшеп йортобоҙ алдындағы баҡса­ла эшләйбеҙ, сәскәләргә һыу һибәбеҙ, йәшелсә-емештәр үҫтерәбеҙ. Буш ваҡытты шу­лай гел бергә үткәрәбеҙ. Бала­лар менән сит илгә сыҡҡаны­быҙ юҡ. Ғөмүмән, яңы тыуған сабыйҙары, бәләкәй балалары менән сит илгә йөрөгәндәрҙе аңламайым мин. Беҙ бала­ларыбыҙҙың бер аҙ үҫкәнен, әҙерәк инглиз телендә һөй­ләшергә өйрәнгәнен көтәбеҙ әле. Әлегә беҙгә Башҡорто­стан һәм Рәсәй ҙә етә.

- Тағы ла эшҡыуарлыҡҡа әй­ләнеп ҡайтып, уның ыңғай һәм кире яҡтарын әйтеп үтһәгеҙсе. Үҙ эшен асырға ниәт итеүселәр­гә ниндәй кәңәштәр бирергә мөмкин?

- Дәүләткә йә кешегә эшләһәң, һин эштән ҡайтаһың да, рәхәтләнеп ял итәһең. Ә үҙеңдеке булһа, барыбер 24 сәғәт һинең мейелә ниндәйҙер уйҙар ҡайнай. Эшемде тағы ла нисек үҫтерергә икән, тағы нимә эшләй алам икән ти­гән уйҙар ял көндәрендә лә, өйҙә лә баштан сыҡмай. Шул яғын кире яҡ тип атарға бу­лалыр. Әйтәм бит, барыһын да һин үҙең һайлайһың, су­пер бизнесмен булам тиһәң, ғаилә ҡормайһың инде. Һәр кемдең үҙ фекере. Элек, ябай эштә эшләп йөрөгән саҡта, һин эшләп йөрөйһөңмө әллә тип ҡайһы берәүҙәр аптырап һорай ине минән. Һинең атай­ың фермер булған бит, һин дә эшҡыуар булырға тейешһең тиҙәр. Ул кешеләрҙең һүҙҙәре мейемә һалына барғандыр моғайын. Ысынлап та, мәрхүм атайым, фермер булған, үҙ-үҙенә эшләгән, машиналар, комбайндар алған. Хатта, элек, колхоздан башҡа нәмә юҡ саҡта, ул үҙенә эшләргә йөрьәт иткән. Күрәһең, атайымдың шул сифаттары миңә лә би­релгәндер, тип уйлап ҡуям. Элек эшҡыуарлыҡ эшенә өй­рәткән кеше лә, тәжрибә лә булманы. Хәҙер йәштәргә төр­лө форумдарҙа, курстарҙа тей­ешле мәғлүмәт һәм белем алыу мөмкинлеге бар, тик тырыш­лығың ғына булһын. Дәүләт тә ҙур ярҙам итә. Мәшғүллек үҙәгенән кешене эшкә алһаң, аҡса бирәләр. Район хаки­миәтендә эшҡыуарҙарға ярҙам итеү буйынса төрлө програм­малар эшләп килә.

- Төрлө мәрхәмәтлек акция­ларында ҡатнашаһығыҙмы?

- Мөмкинлеккә ҡарап ярҙам итергә тырышам, әлбиттә. Шулай ҙа, минең иң мөһим изге бурысым – үҙемдең хеҙмәт­кәрҙәремде эш менән тәьмин итеү, хеҙмәт хаҡын ваҡытында түләү. Ваҡытында һалымды түләүҙе лә иң мөһим изге эш тип ҡабул итәм. Дәүләт алдын­да намыҫлы булыу ҙа мөһим. Райондың Ғаилә үҙәгенә даи­ми рәүештә ярҙам күрһәтәбеҙ, “Теләктәр шыршыһы” акцияһында ҡатнашабыҙ, ҡулдан килгәнсе махсус хәрби опе­рацияға ярҙам итәбеҙ. Шулай ҙа, иң ҙур проекттарҙың бе­реһе – 1 июндә балалар өсөн байрам ойоштороу. Уның өсөн рәсми булмаған “Беҙҙең июнь” тип аталған мәрхәмәт­лек фонды эшләй. 1-се мәк­тәп биләмәһендә балаларға бүләктәр һатып алып, төрлө уйындар ойоштора инек. Әле был эш туҡталып торҙо, әммә уны тергеҙеп ебәрергә план­лаштырабыҙ. Әйткәндәй, ба­рыһы ла “Бәхет шишмәһе”нән башланды. Мин үҙем Ленин урамында йәшәнем һәм шунда балаларҙы саҡырып, байрам үткәрә башлағайным. Проект башҡорт теле менән бәйле, сөнки ундағы иң мөһим кон­курс – башҡорт телендә матур итеп шиғыр һөйләү, кемдең башҡорт телендә күберәк ки­тап уҡыуын билдәләү. Беренсе урынды алыусыға велосипед бүләк итә инек. Изге эшебеҙҙе ошо йүнәлештә дауам итербеҙ, был идея юғалмаясаҡ, тип уй­лайым. Шулай итеп районда башҡорт телендә аралашыуҙы модаға индерергә тигән теләгемде бойомға ашыр­маҡсымын. Башҡорт телендә баннерҙар, наклейкалар, сти­керҙар һәм башҡа әйберҙәр эшләргә лә уй бар.

- Ҡыҙыҡлы әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт, Радмир Рәжәп улы! Эшегеҙ артабан да уңышлы булһын, изге маҡсаттарығыҙ тормошҡа ашһын!

Розалия НАЗАРОВА әңгәмәләште.

Автор фотоһы.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: