Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
4 Декабрь 2023, 09:44

ХӘЙЛӘ

Зөһрә лә тәү тапҡыр Бәшәрҙәргә ошондай ваҡытта, мул ҡуллы уңған хужабикәнең емеш-еләге бешкән, йәшелсәһе өлгөргән, үҙе тәрбиәләп үҫтергән гөл-сәскәләре күҙҙең яуын алып, күңелде иркәләгән саҡта барғайны. Әле иһә бөтөнләй ҡот осҡос, күңелде өшөткөс күренеш ҡаршы алды. Ҡапҡа алдында – төш етеп килеүгә ҡарамаҫтан, быҙауын имеҙмәй көтөүгә китергә теләмәйенсә тызандашып баҡырып торған һыйырҙар, урам эсе, ишек алды магазиндан алынған аҙыҡтарҙың ҡаптары менән тулған сүп-сар, кәртә арттарында, бала-саға уйнамаған урындарҙа ҡоторошоп үҫкән кесерткән, әрем, шайтан таяғы...

ХӘЙЛӘ
ХӘЙЛӘ

ХӘЙЛӘ (ХИКӘЙӘ)

Ҡатын-ҡыҙҙың булмышы сәйер инде. Һаҡһыҙ ҡулдарҙың ғүмерен ҡыйыуына ҡарамаҫтан, һулығансы матурлығын, хуш еҫен тирә-яҡтағыларға таратып ултырған өҙөлгән сәскәне хәтерләтеп ҡуя ваҡыты-ваҡыты менән. Зөһрәнең күңелендә ауыр уйҙар ҡойоно уйнаһа ла, борсолоуы йөҙөнә күләгә булып ятманы. Ҡәҙимгесә, хеҙмәттәштәре менән йылмайып мөләйем һөйләште, киләһе һанға баҫтырыласаҡ мәҡәләһен йәһәт кенә тамамлап, өйөнә ашыҡты. Ҡайтҡан юлда магазиндан кереп хәләле яратҡан аштарҙы бешерер өсөн кәрәк-яраҡ алып сыҡты. Ниәте – киске аштан һуң барыһын да уртаға ярып һалып әйтеү, ире Марат менән аңлашыу. Хәйер, аңлаша алыуҙары икеле. Бер киҫелгән икмәк тә кире йәбешмәй, өҙөлгән епте лә ялғаһаң йөйө ҡала... Ярай ҙа, ҡыҙҙары ауылда. Матур итеп үҫеп килгән Айһылыу менән Таңһылыу аталарын нығыраҡ яратҡан кеүектәр, әммә нисек кенә булмаһын, әсәһенең күңел торошон тойоп ҡына торалар бәләкәс кенә һиҙгер йөрәктәре менән. Шуға ла, һағынһа ла, әлеге ваҡытта уларҙың ауылда булыуҙарына шатланып ҡуя әсә кеше. Ғаилә карабының мороно ҡомға килеп төртөлгәндә, исмаһам, уларҙың саҡ шытып ҡына килгән ҡыяҡ кеүек ысыҡ тамсыһылай саф күңелдәренә ҡара күләгә төшмәһен. Әгәр ҙә Зөһрәнең уйлағаны килеп сыҡмай икән, атай-әсәһенең айырылышыуҙары тураһында һуңғараҡ белерҙәр, ә әлегә олатаһы менән өләсәһендә тыныс ҡына ял итһендәр.
Ҡыҙҙары иҫенә төшөп, улар хаҡында уйлап алғас, йәш ҡатындың оҙон көн буйына аяҡ өҫтө йөрөп талсыҡҡан тәне еңеләйеп киткәндәй булды. Йәһәт кенә өҫтөн алмаштырып, бәлешкә эслек әҙерләп тә ҡуйҙы. Ә бына ҡамырға оҙаҡ ҡына тотона алмай хитланды.
“Бөтә хис-тойғоларың, кәйефең һин баҫҡан ҡамырға туранан-тура ҡушыла. Әгәр ҙә кәйефең юҡ, күңелең тыныс түгел икән, телеңде йоторлоҡ итеп ниндәй генә ризыҡ әҙерләмә, ул барыбер аш булып бармаҫ”, – ти торғайны күрше булып йәйҙәрен генә ҡаланан ҡайтып йөрөгән Мәҙинә әбеһе. Әле үҙе өсөн бәләкәстән аҡыл эйәһе тип ҡабул иткән был әбейҙең һүҙҙәре иҫенә төшкәс, былай ҙа тулышып торған күңеленең быуаһы саҡ йырылманы. – Их, әбекәй, нишләйем һуң? “Нимәлер хәбәр итер, әйтер алдынан башта әңгәмәсеңдең тамаҡ яғын ҡайғырт”, – тип үҙең өйрәтә торғайның бит. Әле һинең бер һүҙең, кәңәшең етер ине лә. Мин кейәүгә сыҡҡан йылды гүр эйәһе булып ҡуйҙың шул. Ул саҡта күңелемдең бер мөйөшө кителеп төшкәндәй, оҙаҡ тыныслана алмай йөрөгәйнем. Ҡаланан ҡайтыуыма һине ҡәбергә төшөргән инеләр. Өйҙәгеләргә: “Нишләп әйтмәнегеҙ, бөгөн уҡырға барып тормаҫ, иртәнге автобус менән ҡайтып хушлашып өлгөрөр инем,” – тип илағас, әсәйем: “Икегеҙ өләсәй менән ейәнсәр кеүек булып бөткәйнегеҙ бит, күңелеңде яралап алып киткән ваҡыттарын күрмәһен, һинең өсөн ҡайҙалыр йыраҡҡа ғына киткән тере, яҡты һын булып ҡалһын тинем”, – тине.
Сабырлыҡҡа, тырышлыҡҡа, тағы ла әллә күпме шәхес, ҡатын-ҡыҙ булып үҫешер өсөн күркәм сифаттарға өйрәткән, тормоштоң асылына бәләкәйҙән яйлап-яйлап ҡына төшөндөргән Мәҙинә әбеһе, ысынлап та, Зөһрә өсөн яҡты бер һын, маяҡ булып ҡалды.
Тап шул йылды бер нисә йыл дуҫлашып йөрөгән егете Маратҡа кейәүгә сыҡты. Башта хирург булып хеҙмәт юлын башлаған улдарының киләсәге тип-тигеҙ юл кеүек булырына ышанған ата-әсә егерме генә йәшлек, университеттың өсөнсө курсында белем алған йәш ҡыҙҙы, буласаҡ килендәрен, йәбешеп сыҡҡан кеүек итеп ҡабул иттеләр. Әммә бәләкәйҙән эш яратып үҫкән Зөһрә, студентмын, тип ир елкәһендә ятырға уйламаны ла. Юғары уҡыу йортон тамамлауға әсәй булып өлгөрһә лә, бер кемгә ауырлыҡ, бәлә һалмай уҡып бөттө. Тәбиғәте менән тыныс, мөләйем, һәр нәмәне алдан уйлап эшләгән, кәрәк ваҡытында үткер ҙә була белгән килендәрен ҡайныһы менән ҡәйнәһе тиҙ арала үҙ итеп, яратып өлгөрһәләр, өйләнгәндә алдында өлтөрәп, күҙенә генә ҡарап торған Марат менән, киреһенсә, аралары ваҡыт үткән һайын һыуынды, ир менән ҡатын бер-береһенән алыҫлашҡандан – алыҫлашты. Икенсе ҡыҙҙары Таңһылыу тыуғанда район дауаханаһының баш табибы вазифаһын биләүсе ғаилә башлығы эше күплеге, төнгө дежурҙарына һылтанып көнөнә бер тапҡыр булһа ла ҡайтып күренмәй башланы. Уның артынан бәләкәй генә ҡасабала имеш-мимештәр, төрлө ғәйбәттәр ҙә таралды. Мараттың әле яңы килгән шәфҡәт туташы менән, әле икенсе йәш практикантка менән “ғишыҡ уйындары” башланған икән, тигән һүҙҙәрҙе ишетмәҫкә, ҡолаҡ һалмаҫҡа тырышты Зөһрә. “Алманың аҫылына – ҡорт, кешенең яҡшыһына ғәйбәт төшә инде ул”, – тип йылмайыр ҙа ҡуйыр, һүҙҙе артабан ҡуйыртырға ирек бирмәҫ ине. Әле яңыраҡ балалар табыу бүлегендә эшләгән бер әхирәтенең: “Зөһрә, беләһеңме, Маратты ней, теге ней менән уйнаш итәләр икән, тип һөйләйҙәр ҙәһә”, – тип рәхәтләнеп ләстит һөйләргә, үҙҙәренең баш табибы менән булып кинәнергә асылған ауыҙын да: “Әлиә, журналист тигәс тә мине, һәр ләститкә ышанып барған, кеше һөйләргә яратҡан тип беләһең инде? Әйҙә, юҡ менән булмайыҡ. Сәйең дә һыуына, ҡоймаҡтың майы ла туңа башланы, етешеп ултыр”, – тип ғәйбәтте башланған сағында уҡ туҡтатты ла ҡуйҙы. Тегенеһенә: “Утһыҙ төтөн булмай ул, ике балаңды ҡосаҡлап, йәп-йәш көйөңә яңғыҙ ултырып ҡалырһың әле”, – тиеү менән генә сикләнергә тура килде.
Әлбиттә, ире менән аралары һыуынып, хәләленең “һул”ға йөрөгәнен һиҙмәҫкә ул да күҙһеҙ бүкән түгел. Мараттың ҡапыл тоҡанып, тиҙ генә һүнә-һүрелә торған холҡо барлығын белгәнгә, барыһына ла тыныс ҡарай. Кемдәрҙеңдер быны битарафлыҡ менән бутауы бар. Әммә быныһы дөрөҫ түгел. Әгәр ҙә битараф булһа, тормош иптәшенең бындай мауығыуҙарына ҡул һелтәп ҡарар, яйы тура килгәндә үҙе лә сит ирҙәр менән йөрөр һәм иң мөһиме бөтөнләй үҙен ҡарамаҫ ине. Ә Зөһрәне яңы белгәндәр утыҙҙы уҙып барған, ике бала әсәһе, ир ҡатыны тип берәү ҙә әйтмәҫ. Нескә бил, бөҙрәләнеп кенә билдән төшөп торған оҙон толомдар, күҙҙәрендә шаян осҡондар уйнатып торған ихлас йылмайыу... “Ҡалаҡҡа һалып ҡына йоторлоҡ”, тиҙәр уның кеүек ҡатын-ҡыҙ тураһында. Ике яҡ туғандар менән дә йылы мөнәсәбәттә булған, донъяһын да сынъяһау итеп тотҡан, аш-һыуға оҫта булып та һимереүҙең нимә икәнен белмәгән был ҡатындан күптәр: “Кит, сихырсыһыңдыр һин”, – тип тә көләләр, һоҡланалар, көнләшәләр, иренең уның өҫтөнән йөрөүен һөйләп күңел йыуанысы табалар. Араларында нимәгәлер өлгәшер, эйә булыр өсөн, кешенең иң беренсе үҙе өҫтөндә эшләргә тейеш икәнлеген онотоп китеүселәр ҙә бар шул. Көнләшмәү, күңелдә үс, асыу тойғолары һаҡламау кешенең йөҙөн нурлаһа, алсаҡлыҡ, бар нәмәгә ихлас булыу маҡсатыңа ирешергә ярҙам итә, ә бар ерҙә таҙалыҡ, тәртип, бөхтәлек яратыу артыҡ кәүҙә ауырлығынан һаҡлай. Етмәһә, Зөһрәлә кешенең күңел торошон үтәнән-үтә күрә белеү һәләте лә бар кеүек. Ул һәр кемде нисек бар шулай ҡабул итә, ыңғай яҡтарын, нимәгә һәләтле икәнен күреп кешене яҡшы яҡҡа үҙгәрергә ярҙам иткән саҡтары ла юҡ түгел. Ана, бер мәл биш, унан да күберәк бала тапҡан “миҙал”лы әсәйҙәргә ҡаршы “һуғыш” башланып, күп балалы ҡатындар эшләмәй, дәүләттән бушҡа ғына аҡса һауып ятыр өсөн таба тип саң ҡаҡтылар, аҙып-туҙып йөрөгән, балаларын ҡарамаған әсәләр миҫалға килтерелде... Район гәзитендә эшләгәс, донъя көтөүсе, бала бағыуҙан йәм, тәм табып, киләсәктә илгә терәк булырҙай балалар үҫтереүсе әсәләр тураһында әҙ яҙырға тура килмәне уға. Яңыраҡ үҙен ҡулға алып, эсеүен туҡтатып, ыңғай яҡҡа үҙгәрмәй икән, “Әсәлек хоҡуғынан” мәхрүм ителергә тейеш булған ҡатын-ҡыҙҙар араһында бер нисә йыл элек яҙған героиняһының исем-шәрифен күреп аптыраны. Балаларын кеше итер өсөн бар тырышлығын һалып теттереп донъя көткән йүнсел ҡатынды эскелеккә нимә этәреүе тураһындағы уй мейеһен бырауланы, төн йоҡоларынан яҙҙырҙы хатта.
Теге ҡатындың үҙен күреп һөйләшеү һылтауы менән шул ауылға командировкаға китте. Ауыл ерендә кемдең нисек йәшәгәнен, нисек икәнен белгең килһә, июль аҙаҡтарында, августа ҡунаҡҡа барырға кәрәк. Йүнсел, егәрле хужаларҙың был мәлдә баҡсаһында үҙе үҫтергән уңышы тәгәрәп ятып өлгөрә башлай, өй алдары сәскәгә күмелә... Зөһрә лә тәү тапҡыр Бәшәрҙәргә ошондай ваҡытта, мул ҡуллы уңған хужабикәнең емеш-еләге бешкән, йәшелсәһе өлгөргән, үҙе тәрбиәләп үҫтергән гөл-сәскәләре күҙҙең яуын алып, күңелде иркәләгән саҡта барғайны. Әле иһә бөтөнләй ҡот осҡос, күңелде өшөткөс күренеш ҡаршы алды. Ҡапҡа алдында – төш етеп килеүгә ҡарамаҫтан, быҙауын имеҙмәй көтөүгә китергә теләмәйенсә тызандашып баҡырып торған һыйырҙар, урам эсе, ишек алды магазиндан алынған аҙыҡтарҙың ҡаптары менән тулған сүп-сар, кәртә арттарында, бала-саға уйнамаған урындарҙа ҡоторошоп үҫкән кесерткән, әрем, шайтан таяғы... Күптән йыуылмағанлыҡтан ҡаҡашып барған түшәктә бар донъяһын онотоп йоҡлап ятҡан Бәшәрҙе уятҡансы хәтһеҙ ваҡыт үтте. Күп эсеүҙән шешенгән, үҙенән ҡатын-ҡыҙ мөләйемлеге китә башлаған әсә кеше менән һөйләшеүе башта еңелдән булманы. Сираттағы нотоҡ уҡырға килгән берәү тип ҡабул итте Зөһрәне. Әммә бындай көнгә төшөүенең сәбәптәрен һораша башлағас ҡына ыҡҡа килә башланы.
Баҡһаң, оҙаҡ йылдар ауыл мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләгән ҡатынды эш урынынан “ҡыҫҡартҡандар”, эшһеҙ ҡалып аңҡы-тиңке йөрөгәндә иренең “һул”ға йөрөүен белеп ҡала. “Эштән тороп ҡалыуҙан бигерәк иремдең икенсе берәү менән буталыуы аяҙ көндө йәшен һуҡҡан кеүек тәьҫир итте. Тормошом емерелеп, аяҡ аҫтында упҡын барлыҡҡа килгәндәй булды. Хатта үҙемә ҡул һалырға ла маташтым башта, балаларым, уларҙың минһеҙ тормошон күҙ алдыма килтереүе генә тотто. Һуңынан ҡайғымды “уртаҡлашыусылар” табылды. Ир ҡайғыһы – итәктә генә, тиһәләр ҙә, биш баланы йәтим итеп, ҡалағынан башлап йыйған донъябыҙҙы бүлеп тәләф-тәләфләгем килмәй, әммә хәләлемдең икенсе берәү янынан ҡайтып мут ҡына мыйыҡ аҫтынан йылмайып йөрөүен күрһәм, эсемдә нимәлер өҙөлөп төшкәндәй була. Уның ошо ҡарашын күрмәҫ, үҙемде был донъяла ташландыҡ итеп тоймаҫ өсөн тағы ла шул хәмер ярҙамға килә. Былай ҙа балалар аҡсаһына йәшәйһегеҙ тип көлөүселәргә бындай хәлгә төшөүем мас булды инде”, – тип күҙ йәштәренә быуыла-быуыла хәбәрен теҙеп эсен бушатты зарлы ҡатын.
Утһыҙ төтөн булмай шул, Бәшәр кеүек аңлы, зиһендәре ныҡ ҡатындарҙың эскелек ауына эләгеүе буштан ғына түгеллеген күңеле менән алдан тойомлаған ине бит ул. Ана бит нисек булған. Бәшәрҙе был упҡындан йолоу өсөн Зөһрәгә аҙаҡтан да күп кенә йөрөргә тура килде. Уның ауылындағы мәктәптә ниндәй фәндән уҡытыусылар етешмәүен белешеп, башланғыс кластар уҡытыусыһының күп яҡҡа барымы булыуын иҫәпкә алып, Өфөгә рәсем, хеҙмәт фәндәренән белгестәр әҙерләү курсына ебәреү буйынса район мәғариф бүлегенән рөхсәт алды. Кеше тураһында яҡшы хәбәр бер аяҡта сатанлап барғансы, яманы йүгереп килеп етә. Элекке уҡытыусының “йәшел йылан” менән дуҫлашыуы хаҡында унда ла хәбәрҙар инеләр, шуға башта ҡаршы төшөп тә маташтылар. Әммә район гәзитендә эшләгән хәбәрсенең юҡ артынан йөрөй торған кеше түгеллеген белгәнгә, күнделәр. Хәҙер ана, киренән уҡытып йөрөй, тормош иптәше менән дә аралары яйға һалынған, шикелле. Иң мөһиме – балалары әсәйле килеш әсәйһеҙ үҫмәйҙәр. Ғөмүмән, Зөһрә һәр геройының яҙмышы өсөн үҙен яуаплы һанай. Маҡтарҙайын ғына маҡтай, өлгө итеп ҡуя, тәнҡит булһа, ете ҡат үлсәгәндән һуң ғына бер тапҡыр киҫә тигәндәй, сәбәбен асыҡламайынса, ашыҡ-бошоҡ һығымта яһарға, фашларға ашыҡмай.
...Емеш-еләктән десертын өлгөртөүгә Мараттың асҡыс менән ишекте шатырлатып асып өйгә ингәне ишетелде. Өйләнешкән ваҡыттарында, һәр береһенең асҡысы булһа ла, ишек ҡыңғырауына баҫып үҙен ишек асып ҡаршы алыуҙарын икеһе лә ярата ине. Көн оҙонона арып эштән ҡайтҡаныңда һине ҡаршы алыусы, йылы һүҙҙәр менән иркәләп өҫ кейемдәреңде һалдырырға ярҙам итеүсе булһа күңелле лә инде. Әммә йылдар үтеү менән был матур ғаилә йолаһы онотолдо, кистәрен һуңлап, йә бөтөнләй таң алдынан ғына ҡайта башлаған Марат, үҙенең ҡасан, ниндәй хәлдә ҡайтҡанын йәшерер, төрлө ҡатын-ҡыҙҙар хушбыйы һеңеп бөткән кейемен тиҙерәк сисеп ырғытыр өсөн, шым, шыпырт ҡына килеп керер ҙә, залдағы диванда ғына йоҡлар булды.
Әле лә, өйрәнгән ғәҙәте буйынса, өҫ кейемен алмаштырыу менән телевизор ҡарарға ултырғайны, Зөһрә киске ашҡа саҡырҙы. Өҫтәл артында өнһөҙ генә тамаҡ туйҙырып алғас, һүҙен башланы:
– Марат, беҙгә айырылырға кәрәк. – Һауыт-һаба йыуыу һылтауы менән иренә арты менән баҫып торғанлыҡтан бына-бына тәгәрәп төшөргә торған хыянатсыл йәштәренең күренмәүенә һөйөнөп дауам итте. – Артабан былай йәшәп булмаясаҡ, мин һинән китәм.
– Кемгә? – Көтөлмәгән хәбәрҙән иҫәңгерәп ҡалған ир аңҡауына йәбешеп барған телен көскә әйләндереп һорай алды.
– Кем икәнлеген һин белмәйһең. Күргәнең юҡ, Өфөлә йәшәй ул. Үҙенең шәхси эше бар.
– Тимәк, һине ябай хирург ялҡытып, ҡап ҡорһаҡлы, йыуан кәшилүкле бизнесмендар кәрәк булды инде.
– Үҙең бер тапҡыр ҙа күрмәгән кешене улай кәмһетмәһәң ине...
– Ищеү яҡлай ҙа башлаған...
– Яҡлауҙан, уны һинән юғарыраҡ итеп күрһәтергә теләүҙән түгел. Мин бит һин сыуалған бисәләр менән бер ваҡытта ла булманым. Әйҙә, үҙ-ара ыҙғыш ҡуптармай, йылы мөнәсәбәттәрҙә айырылышайыҡ. Нимә генә тиһәң дә, ике уртаҡ ҡыҙыбыҙ үҫеп килә бит.
Эштең айышына саҡ төшөнөп барған Марат һауыт-һабаһын йыуып бөтөп, ҡулдарын таҫтамалға ҡоротоп торған ҡатынын һикереп торған ыңғайына, биленән аймап алып, үҙенә ҡаратып тотто.
– Йә әйт, ҡайҙа, нисек таныштың уның менән? Нимәһе артыҡ минән?
– Ҡәҙимге, һинең менән минең кеүек кеше инде. Әммә миндә ҡатын-ҡыҙ сифаттарын күрә, уята алыуы менән һинән күпкә айырыла. – Иренең асыу ҡатыш зәһәр осҡондарға ҡушып хәләл ефетен юғалтыу хәүефе менән дә янған күҙҙәренә ҡарап, башлаған уйын аҙағынаса еткереү маҡсатында тегенең зитына нығыраҡ тейергә булды Зөһрә.
– О-о-о!!! Ҡатын-ҡыҙ сифаттарын нисегерәк һәм ҡайҙа уятып өлгөрҙө инде?! Өй менән эш араһын ғына тапаған тоғро ҡатыным бар икән тип уйлаһам...
– Барыһын да бер епкә теҙеп, үҙең кеүек күрмә, Марат!
– Бер епкә теҙмә тип нимә әйтмәксеһең? Ана бит, берәү уйнаш тип исем күтәргәндә, фәрештә булып ҡыланған һин рәхәтләнеп типтереп йөрөгәнһең! Әйт, ҡайҙа таныштығыҙ? – Иренең үҙен ҡыҫып тотоуынан ҡотолорға теләп тәҙрә алдына һыйынған Зөһрәне Марат ике яҡ яурынынан матҡып тотоп күҙҙәренә тура ҡараны.
– Ҡайҙа булһын, командировканан ҡайтып килгәндә инде! Мин бит һин әйтмешләй, урам буйында хәйерселәп һүҙ йыйып йөрөүсе кеше! Автобусҡа һуңлағас, попуткаға сыҡҡайным. Юлы бөтөнләй икенсе яҡҡа булһа ла, бында тиклем үк килтереп ҡуйҙы. Хәҙер ни, теләһәң кешене йәһәт кенә табырға була, бер нисә көндән интернеттан эҙләп тә тапты. Эше күп, ваҡыты тығыҙ булыуға ҡарамаҫтан, саҡырһаң “тып” итеп килә лә етә. Гражданский брак менән генә торған ҡатынын айырам да, миңә өйләнәм, ти. – Үҙе уйлап сығарған әкиәткә Зөһрә хатта үҙе лә ышана башланы, шикелле. Хәйер, ниндәй гүзәл зат үҙен ҡәҙерләүҙәрен, яратыуҙарын теләмәһен инде?! – Уның тәмле-татлы һүҙҙәренә иҫереп, килтергән сәскәләренән, бүләктәренән башым әйләнеп тик йөрөй.
Ҡатынының шаяртмағанлығын, үҙен күреп тә белмәгән көндәшен нығыраҡ белгән һайын тағы ла нығыраҡ асыуынан, көнләшеүенән шартлар сиккә еткән ир хәләл ефетен ҡапыл һығып ҡосаҡлап алды.
– Сеү-ү-ү! Етте! Бирмәйем, ишеттеңме, һине бер кемгә лә бирмәйем! Уны онотҡансы ,өйҙә бикләп булһа ла тотһам – тотам, әммә бирмәйем! Һин минеке генә! Кеше ҡатыны ҡыҙ булып күренә тигәндәре ҡайһылай дөрөҫ икән! Бер мәл Рәмзил тәҡәтемде ҡоротҡайны. Хәҙер Өфөнән килеп тапҡандар!..
Асыуынан йомшарып хәҙер иркәләүгә күскән, сәстәренән, битенән үбә башлаған иренән ситкә тайпылған Зөһрәнең күҙҙәре аптырауҙан шар асылды:
– Туҡта, туҡта, ниндәй Рәмзил! Һинең менән бергә эшләгән анестезиологты әйтәһеңме, уның ниндәй ҡыҫылышы бар бында?!
– Шул инде. Утыҙға етеп тә һаман өйләнмәй йөрөй бит. Һине теге юлы Һабантуйҙа йөрөгәнеңдә күрҙе лә: “Марат Раилович, һиңә эшкә йәш медсестричкалар килеп тора, әйҙә, ҡатынығыҙҙы миңә бирегеҙ. Ҡыҙҙарығыҙҙы ла ситкә типмәй, үҙемдеке кеүек итеп ҡарармын”, – ти. Шаяртамы был алйот тиһәм, юҡ, ысынлап тороп һөйләй. “Зөһрәнең ҡәҙерен белмәйһегеҙ, уға ымһынған ирҙәр быуа быуырлыҡ”, – ти, етмәһә. “Кеше бисәһенә ҡыҙыҡҡансы, үҙең берәй йәш ҡыҙ менән таныш, дүрәк!” – тинем инде. Теге зәңгәрһыу салбарың менән аҡ блузкаң тағы ла нығыраҡ йәшерәк, матурыраҡ итеп күрһәтә лә ул һине, ысын. Һиңә ҡарап ауыҙ һыуын ҡойоусылар бар икән шул...
Ҡабаттан ҡосоп, үҙен үбә башлаған ирендәрҙең, иркәләгән ҡулдарҙың ихтыярына артабан ҡаршы килмәне ҡатын. Өсөнсө бәпәй хаҡында хыялланып һөйләнә башлаған иренең ҡосағынан көскә арынып тороп китте карауатынан. Ванна бүлмәһенә кереп бикләнеп, ундағы ҙур көҙгөләге һынына оҙаҡ ҡына ҡарап торғандан һуң ғына, хәйләһенең, ысынлап та, тормошҡа ашыуына ышанып, апаһына шылтыратырға тотондо. Һеңлеһенең ғаилә тормошо өсөн ут йотоп йөрөгән апаһы оҙаҡ көттөрмәй: “Йә, нисек?” – тип һорай һалды. “Апай, барыһы ла мин уйлағанса килеп сыҡты! Ул минең менән! Бөгөн иртән икенсе аяҡ кейемемде кейәйем тип ишек алдындағы шкафты асһам, кейемдәре сығып китергә әҙерләнеп сумаҙанына тултырылған ине. Быға тиклем уның ғишыҡ уйындары уҙа барһа ике-өс айға ғына һуҙыла торғайны. Ә теге йәш педиатр ҡыҙ менән артыҡ оҙаҡҡа киткәнен белгәс, үҙем дә шомлана башлағайным. Тиккә булмаған икән. Хәйер, бергә йәшәй башлаһалар, уның менән дә оҙаҡҡа бармаҫ ине. Марат ярата белмәй, бары тик йәшлеге менән дәрте ташып торған гүзәл заттарҙың янында булыуынан ғына ләззәт ала бит ул. Уныһы ла үҙенең шәплеген, мин-минлеген күрһәтеү өсөн кәрәк икәнлеген хәҙер аңланым инде. Ләкин мин өлгөрҙөм! Үҙемде әллә ниндәй иргә ғашиҡ иткән ҡатын итеп күрһәтһәм – күрһәттем, әммә ҡыҙҙарымдың атайһыҙ үҫеүҙәренән аралап өлгөрҙөм! Мараттың үҙенән алда икенсегә китеүем тураһында хәбәр иткәс тә, минән китеү уйынан төңөлдө. Ирҙәр бит ҡатындарын ҡалдырып еңел генә китә алһалар ҙа, үҙҙәрен ташлаһалар оло трагедия итеп ҡабул итәләр. Уларҙың психологияһы шулай...”.
...Тағы ла бер биш минуттан һуң, һыу аҫтында ҡойонған Зөһрәнең күҙ йәштәре лә һыу менән бергә: “Һомғол буйың да, оҙон сәсең дә, сибәрлегең дә, тел йоторлоҡ итеп бешергән аштарың да, уҡыған аҡыллы китаптарың да, яратмаһалар, ярҙам итмәй икән. Ҡыҙ бала тәрбиәләүсе әсәйҙәр тоғролоҡ, сабырлыҡ, миһырбанлыҡ сифаттары менән бергә, хәйләләшә белергә лә өйрәтһендәр ине”, – тип тама ине...
Автор:
Читайте нас: