+24 °С
Ямғыр


Башҡортостанда яңы биш һумлыҡ ҡағыҙ аҡсалар барлыҡҡа килгән. Уларҙы сығарыуҙы Рәсәй банкы 2022 йылда тергеҙҙе. Күренеше буйынса улар 1998 йылдағы өлгөләрҙән айырылмай тиерлек.
“Биш һумлыҡ аҡсалар әйләнештән сығарылманы, тик бер нисә йыл дауамында баҫтырылмай торҙо, шуға күрә һирәк осраны”, – тип аңлатты Рәсәй банкының Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексәһе – Милли банк идарасыһы урынбаҫары Егор Михтанюк.
Шулай итеп әйләнештә биш һумлыҡ тәңкәләр ҙә, ҡағыҙ аҡсалар ҙа йөрөйәсәк.
Фото: Рәсәй банкы.