+24 °С
Ямғыр


Аҡсаны алған көндө үк туҙҙырмағыҙ.
Хеҙмәт хаҡығыҙҙың, иң аҙы тигәндә, 10 процентын йыйып барығыҙ.
Янсыҡтағы аҡсағыҙ тәртиптә, купюралар номиналдары буйынса бүленгән булһын.
Магазинға исемлек менән генә йөрөгөҙ, планлаштырылмаған нәмә һатып алынмаҫ.
Магазинға ас килеш бармағыҙ.
Көн һайын күпме аҡса эшләүегеҙ һәм тотоноуығыҙ хаҡында иҫәп алып барырға кәрәк.
Сығымдарығыҙҙы анализлау өсөн уларҙы “файҙалы” һәм “файҙаһыҙ”ға бүлеп сығығыҙ.
Кредит алмаҫҡа тырышығыҙ, кредит карталарын ҡулланмағыҙ.
Саҙаҡа бирергә онотмағыҙ. Биргән аҡсағыҙ, һис шикһеҙ, әйләнеп ҡайтасаҡ.