Даирә
+24 °С
Ямғыр
Иҡтисад
10 Июль 2023, 05:36

Яңы 100 һумлыҡ аҡса тарала

Яңы банкноталар бик матур. Әйткәндәй, иҫкеләре лә әйләнештә ҡала. Тиҙҙән яңы 1000 һәм 5000 һум аҡсаны ла күрәсәкбеҙ.

Яңы 100 һумлыҡ аҡса таралаЯңы 100 һумлыҡ аҡса тарала
Яңы 100 һумлыҡ аҡса тарала

Банкноталарҙы яңыртыу - купюраларҙың сифатын, хәүефһеҙлеген арттырыу һәм оҙаҡ хеҙмәт итһен өсөн планға ярашлы даими үткәрелеп килгән сара. Ул былтыр 100 һумлыҡ аҡсаларҙан башланды һәм, 200, 2000 һумдан тыш, бөтә номиналдағы банкноталарға ла ҡағыласаҡ. Быйыл Рәсәй банкы 1000 һәм 5000 һумлыҡ яңыртылған аҡсалар тәҡдим итергә ниәтләй, 2024 йылда - 500, 2025 йылда 10 һәм 50 һумлыҡтар сығарыу күҙаллана.
Яңыртылған аҡсалар әкренләп әйләнешкә инеп, ғәмәлдәге аҡсалар менән бер рәттән йөрөйәсәк. Элекке купюралар туҙғас әйләнештән сығарыла.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Автор:Миляуша Давлянова
Читайте нас