+24 °С
Ямғыр


Тиҙҙән һатыуға сифатлы һәм татлы тәмлекәс сығыуы ихтимал. Сөнки Башҡортостан оҫталары ошондай тәмлекәс эшләгән. 50 грамлык бер шоколадта ҡымыҙҙың кешегә дауа булараҡ тәьҫиренә кәрәкле көндәлек миҡдары бар. Тәме бер нимәгә лә оҡшамаған, әскелт-татлы, тиҙәр. Үҙенсәлекле ризыҡ Баймаҡ ҡымыҙынан етештерелә. Әлегә күмәртәләп һатылмай.
Тимәк, кәрәкле инстанцияларҙы үтеп, "хужа"ларға оҡшаһа, кем белә, бәлки магазин кәштәләрендә лә ҡымыҙлы шоколад булмаҫ тимә...
Шулай ҙа тәмләп ҡарайһы ине Баймаҡ ҡымыҙынан эшләнгән тәмлекәсте.
Фото: "Юлдаш" радиоһы сайтынан.