Даирә
+17 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
11 Май 2023, 14:42

Шәкәр сөгөлдөрөнөң бер өлөшө ҡырауҙан зыян күргән

Һауа торошоноң көйһөҙләнеүенә ҡарамаҫтан, сәсеү эштәре дауам итә  

Шәкәр сөгөлдөрөнөң бер өлөшө ҡырауҙан зыян күргән
Шәкәр сөгөлдөрөнөң бер өлөшө ҡырауҙан зыян күргән

Һауа торошоноң көйһөҙләнеүенә ҡарамаҫтан, сәсеү эштәре дауам итә

Ошо көндәрҙә Башҡортостанда төнөн ҡырау төштө. Ҡайһы бер райондарҙа һауа температураһы минус 9 градусҡа тиклем түбәнәйгән.

Был ауыл хужалығы культураларына йоғонто яһаған. Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, шәкәр сөгөлдөрө, арпа, рапс һәм башҡа культуралар зыян күргән. Аҙна аҙағына тиклем ҡырау һуҡҡан майҙанды ҡайтанан сәсеү тураһында мәсьәлә хәл ителәсәк.

Әлеге мәлдә райондарҙың ауыл хужалығы идаралыҡтары белгестәре Рәсәй ауыл хужалығы үҙәге хеҙмәткәрҙәре менән бергә зыяндың майҙанын һәм күләмен билдәләй. Әлегә республикала 47 мең гектар майҙанда шәкәр сөгөлдөрө кеүек йылы яратҡан культуралар сәселгән дә инде, был планлаштырылғандың 95 процентын тәшкил итә.

Һауа торошоноң көйһөҙләнеүенә ҡарамаҫтан, Башҡортостанда яҙғы сәсеү 75 процентҡа тамамланған, тип белдерҙе Башҡортостан Премьер-министры урынбаҫары һәм ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.

- Бөгөнгә 1,5 миллион гектарҙан ашыу ерҙә яҙғы культуралар сәселгән. Был планлаштырылған майҙандың 75 процентын тәшкил итә. План - яҡынса 2,102 миллион гектар, республикала көн һайын яҡынса 90 мең гектар ер сәселә. Шул уҡ ваҡытта Башҡортостандың алты районы — Әлшәй, Архангел, Дәүләкән, Ҡалтасы, Ҡырмыҫҡалы һәм Мәләүез — сәсеү эштәренең 90 проценттан ашыуын тамамлаған да инде, — тине Илшат Фәзрахманов.

Республиканың Архангел, Илеш һәм Ҡалтасы райондарында майлы культураларҙы сәсеү тулыһынса тамамланған. Планлаштырылған майҙандың 90 проценттан ашыуы 10 районда: Әлшәй, Баҡалы, Бәләбәй, Бүздәк, Дәүләкән, Ҡырмыҫҡалы, Мәләүез, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ һәм Яңауыл райондарында сәселгән.

Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.

Автор:Лилия Нуретдинова
 
Автор:
Читайте нас: