Даирә
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
3 Май 2023, 11:45

Булғанынан ҡәнәғәт булып йәшәгеҙ!

Ә бит мин өйөмдө иҫкегә, йәмһеҙгә, туҙғанға һанай инем...

Булғанынан ҡәнәғәт булып йәшәгеҙ!
Булғанынан ҡәнәғәт булып йәшәгеҙ!

Ер тетрәп, бер нисә секунд эсендә йәшәгән йортон, ирен, балаларын ғүмерлеккә юғалтҡан ҡатын һөйләй: “Ә бит мин өйөмдө иҫкегә, йәмһеҙгә, туҙғанға һанай инем. Өй йыһаздары миңә иҫке, шыҡһыҙ күренә ине. Интернетта күреп белгән, байлыҡ, рәхәт тормош билдәһе булып күренгән нәмәләрҙең береһе лә минең тормошомда булмауына эсем боша ине... Бына хәҙер, ул тормошто ғүмерлеккә юғалтҡас, Йәннәттә йәшәгән кеүек, бәхетле көн күргәнемде аңланым... Ул тормошома бер генә сәғәткә ҡайтыр өсөн дә әллә ниҙәр бирер инем! Тик юҡ шул! Ғәзиз ғаиләм дә, өйөм дә юҡ! Кешеләргә әйткем килә: булғанынан ҡәнәғәт булып йәшәгеҙ! Һәр нәмәнең ҡәҙерен белеп, Аллаһ Тәғәләгә шөкөр хистәре менән көн күрегеҙ! Бәхетегеҙҙе күрә һәм баһалай белегеҙ”.

 
Автор:
Читайте нас: