Даирә
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
14 Апрель 2023, 11:36

ГРУЗИН КӘСТҮМЕ

Күңеле менән Өфөгә ашҡынып ултырған Асҡар быны көтмәгәйне, әлбиттә. Хатта керпек остарына бөрсөк-бөрсөк кенә күҙ йәштәре лә эленде егетебеҙҙең.Тамаҡ ашап алғас, урамға сығып баҫтыҡ. Шул ваҡыт ашхана алдына жыйлап "Волга" машинаһы килеп туҡтаны.

ГРУЗИН КӘСТҮМЕ
ГРУЗИН КӘСТҮМЕ

ГРУЗИН КӘСТҮМЕ

Көйөргәҙегә сәфәребеҙ Асҡарҙың тыуған көнөнә тура килде. Быға тиклем "Йәшлек" хәбәрселәрен өнһөҙ-һүҙһеҙ ер сигенә лә алып барып йөрөткән водителебеҙ, Ермолаевоға килеп етер-етмәҫтән, Өфөгә ҡайтыу тураһында һөйләй башланы. Уны ла аңларға була: 25 йәше тула егеттең. Өфөлә әсәһе, туғандары көтә. Ә хәҙер йөрө инде шундай тарихи көндә командировкала.
Район үҙәгендә булдыҡ та, Салауат исемендәге колхозға юлландыҡ. Хакимиәттә Аҡһары ауылының алдынғы сөгөлдөрсөһө Рим Ҡотлоәхмәтов тураһында яҙырға кәңәш иткәйнеләр.
Колхоз идараһына килгәс, хужалыҡ рәйесе Әхәт Ҡотлоәхмәтов агрономына эйәртеп, беҙҙе баҫыуға ебәрҙе. Римде табып, материал тупланыҡ та, шалт-шолт килтереп фотоға төшөрөп, кире идараға киттек. Баҫыуға ҡуҙғалыр алдынан рәйестең ҡолағына Асҡарҙың тыуған көнө тураһында шыбырҙап өлгөргәйнем. Беҙ килеүгә Әхәт Йәүҙәт улы колхоз ашханаһында мул ғына табын әҙерләтеп ҡуйған.
–Егеттәр, ихтирам итеп беҙҙең колхозға килгәнегеҙ өсөн рәхмәтлемен, – тип башланы һүҙен дастархан хужаһы. – Етмәһә көнө ниндәй бит әле. "Йәшлек" гәзитенең алыштырғыһыҙ водителе Асҡар Рәил улы Ғәббәсовтың тыуған көнө! Колхоз идараһы исеменән мин уны ихлас күңелдән ҡотлайым һәм бәләкәй генә бүләк тапшырам. Әйҙәгеҙ, хөрмәтле ҡунаҡтар, ошо ҡымыҙ һалынған туҫтаҡтарҙы Асҡар мырҙа өсөн күтәрәйек!

Күңеле менән Өфөгә ашҡынып ултырған Асҡар быны көтмәгәйне, әлбиттә. Хатта керпек остарына бөрсөк-бөрсөк кенә күҙ йәштәре лә эленде егетебеҙҙең.

Тамаҡ ашап алғас, урамға сығып баҫтыҡ. Шул ваҡыт ашхана алдына жыйлап "Волга" машинаһы килеп туҡтаны.

–Бер грузин беҙҙең колхозсылар өсөн эш кейемдәре килтерергә вәғәҙә иткәйне. Һүҙендә торған икән, – тип ҡуйҙы, уны күргәс Әхәт Йәүҙәт улы.
–Кейемдәре яҡшымы?
–Шәп инде, сифаты ла яҡшы. Американың джинса кәстүмдәрен дә уҙҙырып ебәрәләр былар.
Грузин сауҙагәре "Волга"һынан төшөп өлгөрмәне, тып итеп машинаһының алдына килеп баҫтым.
–Гамарджоба, дзмао! – Армияла ошо милләт кешеләре менән хеҙмәт иткәйнем, аҙыраҡ иҫтә ҡалған икән.
Әллә ҡайҙан килгән кешегә үҙенсә өндәшеп тороу оҡшамай буламы ни? Был да миңә һаулыҡ ҡушты.
–Здравствуй, брат!
Минең тел телгә йоҡмай.
–Саидан мохвэди? – Ҡайҙан килдегеҙ, йәнәһе.
–Ырымбурҙан.
–Ҡара әле, биджо, ана болдорҙа минең мырҙа тора. Бөгөн уның тыуған көнө. Әйҙә шуны шатландырайыҡ. Һин уны шатландырһаң, мин ҡыуанасаҡмын. Минең ҡыуанғанымды күреп, һин һөйөнәсәкһең.
–Нисек шатландырайыҡ һуң? – Грузин сауҙагәре аптырап миңә ҡараны.
–Әйҙә, биджо, минең мырҙаға бер кәстүмеңде бүләк ит.
–Конечно, каци, подарю. –Грузин Асҡарға ҡул болғаны. – Битчи, иди сюда, һайла кәстүм. Я тебе костюм подарю тыуған көнөңә!
Асҡар кәстүм һайлай, үҙе миңә ҡарай.
–Нисек, ағай, килешәме? Быныһы нисек? Быныһының төҫө матур, ә быныһының кеҫәләре күп, ошоно алайыммы әллә?

Асҡарға ун алты кеҫәле кәстүм бүләк итте Ҡаф тау ҡунағы. Ә мин, Асҡарҙың шатланғанын күреп, Ҡаф тауына менгәндәй хис иттем үҙемде. Грузин сауҙагәре лә шатланды шикелле.

Сибәғәт РАХМАНҒОЛОВ.

Автор:
Читайте нас: