Белеүегеҙсә, Рәсәй Президенты Владимир Путин бөгөн Өфөгә Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимовты һуңғы юлға оҙатырға килде.
Сәфәре барышында ул беҙҙең республика, уның берҙәм халҡы һәм башҡорттар хаҡында фекерҙәрен белдерҙе, төбәгебеҙҙе юғары баһаланы.
“Бында әллә нимә уйлап сығараһы түгел: билдәле булыуынса, бер нисә быуат элек Рәсәй составына үҙ ирке менән ингәндән алып башҡорттар юғары ихтыяр көсө менән айырым миссияны - берҙәм Ватандың тышҡы сиктәрен һаҡлауҙы үҙ иңенә алды. 1812 йылғы Ватан һуғышында башҡорт халҡы 15 йәштән өлкәнерәк ир-егеттәрҙе ҡоралландырып, атҡа мендереп дошманға ҡаршы яуға оҙатҡан. Шулай уҡ 1941 - 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында ла республика халҡы ҡыйыулыҡ, батырлыҡ күрһәткән. Бөгөн иһә Донбасста, Херсонда, Запорожьела барған махсус хәрби операция бурыстарын үтәүгә Башҡортостандың шулай уҡ ҙур өлөш индергәненә һис аптырарға түгел”, - тип белдерҙе Владимир Путин.
Тулыраҡ мәғлүмәт – видеояҙмала.
Видео: “Рәсәй-1”каналынан, фото – видеояҙманан скриншот.