Даирә
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
15 Сентябрь 2022, 15:36

Белемдәрен арттырҙылар

Ошо көндәрҙә Рәсәй финанс министрлығы барлыҡҡа килеүгә 220 йыл тулды. Шул уңайҙан Ҡырмыҫҡалының 2-се һанлы мәктәбендә финанс грамоталылыҡ буйынса асыҡ дәрес үтте. Уны 7 “Г” класы уҡыусыларына райондың финанс идаралығы начальнигы урынбаҫары - бюджет буйынса инспекция начальнигы Эльвира Хәкимова үткәрҙе.   

Белемдәрен арттырҙылар
Белемдәрен арттырҙылар

Белемдәрен арттырҙылар

Ошо көндәрҙә Рәсәй финанс министрлығы барлыҡҡа килеүгә 220 йыл тулды. Шул уңайҙан Ҡырмыҫҡалының 2-се һанлы мәктәбендә финанс грамоталылыҡ буйынса асыҡ дәрес үтте. Уны 7 “Г” класы уҡыусыларына райондың финанс идаралығы начальнигы урынбаҫары - бюджет буйынса инспекция начальнигы Эльвира Хәкимова үткәрҙе. 

Дәрес мауыҡтырғыс һәм мәғлүмәткә бай булды. Уҡыусылар был дәрестә финансҡа бәйле үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған төрлө һорауҙарға яуап тапты һәм дәрестә әүҙем ҡатнашты, һәр һорауға тулы яуап бирҙе. Шулай уҡ улар үҙҙәрен дә финанс яҡтан байтаҡ ҡына грамоталы булыуҙарын иҫбат итте. Күмәкләшеп, ошо темаға бәйле “Простоквашино”мультфильмын ҡарағас, ҡыҙыу фекер алышыу ойошторолдо.

Дәрес дауамында Эльвира Фәнил ҡыҙы уҡыусыларға аңлайышлы телдә миҫалдар ярҙамында дәүләт бюджетының формалашыуы, килем һәм сығымдар, һалым һәм штрафтар, Рәсәй Федерацияһының финанс министрлығы эшмәкәрлеге хаҡында мәғлүмәт бирҙе, тарих биттәренә лә күҙ һалды. Дәрестә әүҙем ҡатнашҡан бер төркөм уҡыусыларға диплом тапшырылды.

- Бөгөнгө дәрестә үҙем өсөн бик күп асыштар яһаным, үҙем белмәгән бик күп һорауҙарға яуап таптым. Бюджет һәм ул аҡсаның ҡайҙа йүнәлтелеүе тураһында бик күп мәғлүмәткә эйә булдым. Дәрес миңә бик ныҡ оҡшаны. Финанс буйынса грамоталы булыу беҙҙе киләсәктә тормоштағы күп проблемаларҙан азат итәсәгенә төшөндөм. Эльвира Фәнил ҡыҙы биргән һорауҙарға яуап биреп, үҙемдең белемдәрем менән бүлештем. Ә үҙем белмәгән ҡайһы бер нәмәләрҙе класташтарымдың яуаптарынан белеп ҡалдым һәм уларҙың да финанс яҡтан грамоталы булыуҙарын аңланым. Әлеге көндә Ҡазан ҡалаһында белем алған апайым да миңә финанс буйынса бик күп нәмәләр һөйләй һәм аҡсаны йыйып барырға, теләһә ниндәй кәрәкмәгән әйберҙәргә тотонмаҫҡа тигән кәңәштәрен биреп тора , - ти мәктәптең 7 “Г”класс уҡыусыһы, дәрес ваҡытында әүҙем ҡатнашыусы уҡыусыларҙың береһе Денис Ғәйнуллин.

Розалия НАЗАРОВА.

Автор фотолары

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: