Даирә
+10 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
8 Сентябрь 2022, 17:11

Финанс грамоталылыҡ нимәне аңлата?

Бөгөн Рәсәй финанс министрлығы барлыҡҡа килеүгә 220 йыл тулды. Шул уңайҙан Ҡырмыҫҡалының 2-се һанлы мәктәбендә финанс грамоталылыҡ буйынса асыҡ дәрес үтте. Уны 7 “Г” класы уҡыусыларына райодың финанс идаралығы начальнигы урынбаҫары - бюджет буйынса инспекция начальнигы Эльвира Фәнил ҡыҙы Хәкимова үткәрҙе.  

Дәрес бик мауыҡтырғыс һәм мәғлүмәткә бай булды. Уҡыусылар был дәрестә финансҡа бәйле үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған төрлө һорауҙарға яуап тапты. Балалар дәрестә әүҙем ҡатнашты, һәр һорауға тулы яуап бирҙе һәм үҙҙәрен дә финанс яҡтан байтаҡ ҡына грамоталы икәндәрен күрһәтте. Шулай уҡ уҡыусыларға ошо темаға бәйле “Простоквашино” мультфильмы ҡарарға тәҡдим иттеләр һәм һуңынан мультфильмда барған ваҡиғалар буйынса фекер алышыу ойошторолдо.

- Бөгөнгө дәрестә үҙем өсөн бик күп асыштар яһаным, үҙем белмәгән һорауҙарға яуап таптым. Дәрес миңә бик ныҡ оҡшаны. Класташтарымдың да финанс яҡтан арыу уҡ грамоталы булыуҙарын белдем. Дәрестә үҙемдең белемдәрем менән дә бүлештем, - ти мәктәптең 7 “Г”класс уҡыусыһы Денис Ғәйнуллин.

Дәрес аҙағында иң белемле уҡыусыларға дипломдар тапшырылды. 

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас в