

Тантананы дәртле башҡорт йыры менән Исмәғил Ғилманов асты. Түңәрәк өҫтәлдәге һөйләшеүҙе алып барыусы Рушания Хәмәтғәлимова тәүге һүҙҙе район хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлнара Иҫәнбаеваға бирҙе.
- Халыҡтар дуҫлығынан, үҙеңдең һәм башҡа милләттәрҙең мәҙәниәтен, йолаларын хөрмәт итеүҙән илһөйәрлек тойғолары барлыҡҡа килә. Үҙ иленең тулы хоҡуҡлы гражданы үҙ мәҙәниәтен белә һәм хөрмәт итә, үҙе тыуып үҫкән бәләкәй Ватанын һөйә һәм кәрәк саҡта һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер. Республикабыҙ күп милләтле. Беҙҙең районда ла 30-ҙан ашыу милләт халҡы дуҫ һәм татыу йәшәй. Районыбыҙҙа үткән барлыҡ саралар төрлө милләт халҡы менән берлектә үтә. Беҙ бергәләп киләсәк быуынды патриотлыҡ рухында тәрбиәләйбеҙ. Был дуҫлыҡ һәм татыулыҡ киләсәктә лә һаҡланыр. Ошо ерҙә тыуып үҫкән яҡташтарыбыҙ һәр ваҡыт тыуған төйәген оло хөрмәт менән иҫкә ала һәм бында ҡыуанып ҡайта. Махсус хәрби операция сиктәрендә лә беҙҙең халыҡтарҙың берҙәмлеге еңеүгә алып киләсәк. Был йыл барыбыҙ өсөн дә еңеүҙәр йылы булһын, - тине Гөлнара Мәҡсүт ҡыҙы үҙенең сығышында һәм ағымдағы йылда мәғәнәле саралар үткәреү маҡсатында йүнәлештәр бирҙе.
Рушания Фридон ҡыҙы Рәсәйҙә, республикала һәм районда йәшәүсе төрлө милләт вәкилдәре менән бәйле ҡыҙыҡлы факттар менән бүлешкәс, һүҙ Прибельский ауылы мәктәбенең психологы Зилә Пискареваға бирелде. Ул сығышында Рәсәйҙә йәшәүсе милләттәрҙең психологик үҙенсәлектәре хаҡында бәйән итте.
- Район мәктәптәрендә уҡыусыларҙың милләт һәм дин составы бик бай. Ниндәй милләттән, диндән булыуына ҡарамаҫтан, балалар бергә уйнайҙар, дуҫлашалар, - тип башланы һүҙен район мәғариф бүлеге начальнигы урынбаҫары Гүзәл Сыңғыҙова һәм район мәктәптәренең туған телдәр һәм дәүләт телен өйрәнеү буйынса хәле менән таныштырҙы.
Гүзәл Ринат ҡыҙы сығышында билдәләүенсә, бөгөнгө көндә район мәктәптәрендә 6014 уҡыусы белем ала. Уларҙың 3537-һе туған тел итеп башҡорт телен өйрәнә. Шулай уҡ мәктәптәрҙә башҡорт теле дәүләт теле булараҡ та өйрәнелә. Туған татар телен 286 уҡыусы, сыуаш телен 362 уҡыусы һәм мордва телен 30 уҡыусы өйрәнә. Өҫтәмә дәрестәрҙә һәм шулай уҡ балалар баҡсаһында туған телдәр, милли йолаларға ҙур өҫтөнлөк бирелеүе лә һыҙыҡ өҫтөнә алынды.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының урындағы бүлексәһе рәйесе Илһам Садиҡов һүҙҙе дауам итеп, башҡорт телен һәм традицион мәҙәниәтен популярлаштырыу буйынса пландары хаҡында һөйләне.
Башҡортостан Республикаһы татар милли мәҙәни автономияһы һәм Башҡортостан татарҙары конгресының Ҡырмыҫҡалы районы бүлексәһе исеменән сығыш яһаусы Эльвира Ямалетдинова:
- Аллаһҡа шөкөр, тип әйтергә кәрәк, күп милләтле районыбыҙҙа һәр милләткә үҙенең телен, ғөрөф-ғәҙәтен, йолаларын өйрәнергә һәм уны киләсәк быуынға тапшырыу өсөн барлыҡ мөмкинлектәр ҙә, шарттар ҙа тыуҙырылған. Ниндәй генә байрамды алмайыҡ, һәр бер милләттең үҙ майҙансығы булдырыла, халыҡтың үткәне менән таныштырыу өсөн барыһы ла эшләнә. Беҙ бының өсөн район, республика һәм илебеҙ етәкселегенә рәхмәт әйтергә тейешбеҙ. Шул уҡ ваҡытта районда татар ансамблдәре менән проблема бар. Күп кенә матур итеп эшләп килгән татар коллективтарының эшмәкәрлеге һүлпәнәйҙе. Улар юҡҡа сығып бара. Шуға күрә был эште яйға һалырға, ансамблдәрҙе тергеҙергә кәрәк, - тине.
Урындағы сыуаш берекмәһе етәксеһе Алина Степанова, мордва берекмәһе вәкиле Екатерина Асабина, рустар берекмәһенән Дарья Якунина ла ялҡынлы сығыштарында балаларҙың туған телдәрен белмәүҙәренә борсолоуҙарын белдерҙеләр, телде һәм мәҙәниәтте һаҡлап ҡалырға өндәнеләр.
Уларҙың барыһының да һөйләгәнен дөйөмләштереп, Яңы Ҡыйышҡы ауылы Советы хакимиәте башлығы Фәнзиә Өмәтҡолова Һарт-Шишмә ауылының “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнашыуы, был юҫыҡта ниндәй сараларға өҫтөнлөк биреүҙәре хаҡында бәйән итте.
- “Өләсәйҙә ҡунаҡта” тигән проект яҡшы эшләп килә. Был балаларға ла, ололарға ла бигерәк оҡшай. Өләсәй йортона ҡунаҡҡа килгән балалар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән боронғо әйберҙәр менән таныша. Ҡыҙғанысҡа, уларҙың күбеһе, хатта, йөн иләү эшен һәм орсоҡтоң нимә икәнен белмәүе асыҡлана. Башҡалар ҙа ошо проектҡа ҡушыла ала, - тип өҫтәне Фәнзиә Фәнүз ҡыҙы.
Районыбыҙ имам-мөхтәсибе Ирек Әбүталипов берҙәмлек мәсьәләһен дини күҙлектән яҡтыртһа, район мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Виктория Мөхәмәҙиева мәҙәни сараларға һуҡтырҙы, ә йәштәр менән эшләү буйынса баш белгес Виктория Истратова йәштәр күҙлегенән һүҙ алып барҙы. Шулай уҡ “Дилиго” мәҙәниәт үҫеше фонды президенты Элеонора Лаврентьева берҙәмлеккә өндәүсе саралар үткәреү идеялары менән бүлеште. Сара һуңында мәктәп уҡыусылары ла үҙ фекерҙәрен белдерҙе.
Фекер алышыуҙарға, ҡыҙыу әңгәмәләргә, эшлекле тәҡдимдәргә, фәһемле һәм йәнле һөйләшеүгә ҡоролған тантана йәмле сәй табыны артында районыбыҙҙа көн иткән төрлө милләт вәкилдәренең музыкаль сығыштары менән тамамланды.
Розалия НАЗАРОВА.
Автор фотолары.