Даирә
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар

Тирмә лайыҡлы хужаларына килеп етте

Был көндө Үтәгән ауылы халҡының ҡыуаныстары эстәренә һыйманы. Хатта, бейеп-бейеп киттеләр улар. Ни өсөн тиһе­геҙме?..

Тирмә лайыҡлы хужаларына килеп етте
Тирмә лайыҡлы хужаларына килеп етте

Тирмә лайыҡлы хужаларына килеп етте

Был көндө Үтәгән ауылы халҡының ҡыуаныстары эстәренә һыйманы. Хатта, бейеп-бейеп киттеләр улар. Ни өсөн тиһе­геҙме? “Юлдаш” радиоһы “Башҡорт тирмәләре” фирмаһы менән берлектә ойошторған уйында улар тирмә отҡайны. Бына, ниһәйәт, тирмә лайыҡлы хужаларына килеп еткән!

 

 Тирмә оторға ярҙам итеүселәргә – район хаки­миәтенә, мәғариф, мәҙәниәт һәм спорт бүлектәренә, рай­он башҡорттары ҡоролтайы­на, Үтәгән ауылында тыуып үҫеп, әлеге көндә илебеҙҙең төрлө тарафтарында йәшәүсе яҡташтарына һәм, әлбиттә, “Юлдаш” радиоһы менән “Башҡорт тирмәләре” фир­маһына оло рәхмәттәрен бел­дерә үтәгәндәр.

Биш меңдән ашыу тауыш йыйыу үтәгәндәр өсөн ай- һай еңелдән бирелмәгәндер. Күмәкләгән яу ҡайтарған ти­гәндәй, улар бирешмәне һәм изге хыялдарын тормошҡа ашырҙы – тирмәле булды. Был эштә “Айыҡ ауыл” республи­ка конкурсында ҡатнашҡан саҡта тупланған тәжрибә лә ҙур ярҙам итте, ти улар бер та­уыштан.

Әйткәндәй, “Юлдаш” ра­диоһы хеҙмәткәрҙәре Үтәгән ауылы халҡы йыл да үткәрә килгән “Ҡабаҡфест”ҡа саҡы­рыуҙы ҡыуанып ҡабул иткән. Шулай уҡ тирмә эшләүсе фирма хеҙмәткәрҙәрен дә был байрамға саҡырмаҡсы улар.

- Тирмә отҡанды белгәс, бар ауыл халҡы шатланды. Ҡыуанысыбыҙҙың сиге бул­маны. Ауылдаштарыбыҙҙың берҙәмлегенең оло күрһәтке­се булды был еңеүебеҙ. Беҙҙең өсөн тауыш биреүсе барлыҡ район халҡына рәхмәтебеҙ сикһеҙ. Был беҙҙең дөйөм еңеүебеҙ! Берҙәмлектә – көс! Ошо тирмә беҙгә оҙаҡ йылдар хеҙмәт итһен, бергәләшеп күп байрамдар үткәрергә яҙһын. Махсус хәрби операциялағы егеттәребеҙҙе еңеү менән ошо тирмәлә ҡаршы алырға насип булһын! - тигән ҡыуаныста­ры һәм изге теләктәре менән бүлешә Үтәгән халҡы.

Барлыҡ изге теләктәрегеҙ ҡабул булһын, тирмәгеҙ ҡотло һәм мәнфәғәтле булһын!

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: