Һеҙ булдыраһығыҙ, үтәгәндәр!
Яңы Ҡыйышҡы ауылында “Кеше булһын затығыҙ” тип аталған, “Айыҡ ауыл” проектының йомғаҡлау сараһы булып тороусы, ауыл халҡының хеҙмәтен данлаусы район-ара фестиваль уҙҙы.
Йола буйынса байрам ҡунаҡтарын – район хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлнара Иҫәнбаева, район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Илмира Ғәлиәхмәтова, Архангел районы делегацияһы һәм Өфөнән килгән “Айыҡ ауыл” документаль фильмын төшөрөүселәрҙе икмәк-тоҙ, йыр-бейеү менән ҡаршы алдылар һәм күҙ яуын алырлыҡ, төрлө тематикаға арналған күргәҙмәләр менән таныштырҙылар.
Район ауылдары биләмәләре әҙерләгән күргәҙмәлә күберәк хеҙмәт кешеһен данлауға арналған материалдар тупланған ине. Шулай уҡ ҡул эше оҫталары төрлө оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте.
Мәҙәниәт йорто сәхнәһендәге тамаша Үтәгән ауылында тыуып үҫкән Социалистик Хеҙмәт Геройы Банат Батыроваға һәм барлыҡ сөгөлдөрсөләргә бағышланған сәхнәләштереү менән башланып китте.
- Хеҙмәтте данлаған, районыбыҙ данын күтәргән яҡташтарыбыҙға арналған мәртәбәле сараға әҙерләнгән саҡта тағы ла ғорурланырлыҡ яңы исемдәр астыҡ. Был эште артабан да дауам итәсәкбеҙ. Хеҙмәткә хөрмәт менән һуғарылған бөгөнгө күргәҙмәлә беҙ күп яҡташтарыбыҙҙың эшен күрҙек. “Айыҡ ауыл” проектында ҡатнашыусы үтәгәндәр сәләмәт тормошҡа, ауыл халҡын берләштереүгә һәм татыулыҡҡа йүнәлтелгән ғәйәт ҙур эш башҡарҙы. Хеҙмәт династияларын, хеҙмәтте данлаған бындай фестиваль үткәреү йолаға әүерелер, тип ышанам, -тине Гөлнара Мәҡсүт ҡыҙы сығышында һәм рәхмәт һүҙҙәренә ҡушып, алты ай буйына дөйөм эшкә тос өлөштәрен индергән иң әүҙем үтәгәндәргә – Юлиә Әҙеһәмова, Ильвина Әхмәтйәнова, Айрат Байымов, Илмира Ғәзизуллина, Таңһылыу Ибәтуллина, Земфира Хөсәйенова, Рәүфә Сәлимгәрәева менән Рәфил Йөҙлөкбаевтарға район хакимиәтенең Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Илмира Әнүәр ҡыҙы ла Үтәгән ауылы халҡының уңғанлығына, тырышлығына һоҡланыуын белдерҙе һәм ауыл старостаһы Дилара Ҡоҙайғолова, мәктәп директоры Зорина Иҙрисова, Яңы Ҡыйышҡы ауыл советы хакимиәте башлығы Фәнзиә Өмәтҡолова, ошо ауылда тыуып үҫкән һәм һәр үткәрелгән сараның уртаһында ҡайнаусы Айрат Искәндәровтарҙы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Рәхмәт хаттары менән бүләкләне.
Фәнзиә Фәнүз ҡыҙы үҙ сиратында яҡташтарына булған ғорурлыҡ хистәренә үреп, бер төркөм үтәгәндәрҙе һәм Архангел районы делегацияһын Рәхмәт хаттары менән билдәләп үтте.
Ғөмүмән, был кисәлә бүләкләнеүселәр һаны бихисап булды. Ә был инде Үтәгән ауылы халҡының ысын мәғәнәһендә әүҙем, берҙәм, татыу, сәләмәт тормош яҡлы һәм кеше затлы булыуҙарын асыҡ күрһәтте.
Афарин, үтәгәндәр! Конкурста еңеп сығырға яҙһын һеҙгә! Һеҙ булдыраһығыҙ, беҙ һеҙгә ышанабыҙ!
Район-ара фестиваль тантанаһын талантлы яҡташтарыбыҙҙың дәртле йыр-бейеүҙәре йәмләне.
Розалия НАЗАРОВА.
Автор фотолары.