Изге эшкә ҡушылдыҡ
Түбәнге Төкөн ауылы ҡатын-ҡыҙҙары менән бергә үҙебеҙҙең йөрәк түрҙәренән урғылып сыҡҡан теләктәребеҙгә ҡушып, бөгөнгө көндә үҙ ғүмерҙәрен һәм сәләмәтлектәрен уйламайынса, илебеҙ тыныслығы өсөн махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы егеттәребеҙгә йөндән ойоҡбаштар һәм өс бармаҡлы бирсәткәләр бәйләй башланыҡ.
“Ағинәй” йәмғиәте ағзалары аҙнаһына дүрт тапҡыр клубҡа йыйылышалар. Улар менән бергәләшеп йөн иләйбеҙ һәм бәйләйбеҙ. Күҙ нурҙарыбыҙҙы һәм изге теләктәребеҙҙе ҡушып бәйләгән ҡул эштәребеҙ яҡташтарыбыҙҙың аяҡ-ҡулдарын йылытыр һәм тиҙерәк еңеү килтерер, тип ышанабыҙ.
Бер партия ойоҡбаш һәм бирсәткәләребеҙ әҙер. Эшебеҙҙе тағы ла дауам итәсәкбеҙ.
Изге эшкә үҙ өлөшөн индерергә ихлас тырышҡан ауылдаштарымдың барыһына ла рәхмәтлемен.
Вәсилә СӘХӘПОВА,
Түбәнге Төкөн ауылы клубының мәҙәни
ойоштороусыһы.