Ул махсус хәрби операция башланыуҙың тәүге көндәренән үк Олокүл ауылында тегеү оҫтаханаһы асты һәм ҡатын-ҡыҙҙар эштән һуң һалдаттарға балаклавалар, эске кейемдәр, носкиҙар тегеүҙе ойошторҙо.
Бынан тыш ул ауылдаштарынан гуманитар ярҙам йыйып, МХО зонаһына ебәреү менән дә әүҙем шөғөлләнә. Шулай уҡ Олокүл ҡатын-ҡыҙҙары районда тәүгеләрҙән булып маскировка селтәрҙәре үрә башланы.
- Һәр эштә миңә ярҙам итергә әҙер торған әхирәттәрем Динара Мурашева, Динара Ғиззәтуллина, Гөлнара Әбсәләмова, Роза Ғүмәрова, Нигара Хәсәнова, Ләйсән Байымова, Гөлназ Кәримова, Лена Латиповаларға рәхмәтлемен, - ти ул.
«Башинформ» агентлығынан «Ярҙам - изге эштәр ваҡыты» махсус проектында Ғәлиә Наил ҡыҙы Диплом менән дә бүләкләнде.