Даирә
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
21 Декабрь 2023, 12:09

Айыҡ водителдәргә Үтәгәндә юл асыҡ

Үтәгән ауылында “Айыҡ водитель” тип исемләнгән ауыл техникаһы парады үтте. Сәләмәт тормош рәүешен пропагандалаусы үтәгәндәр ошо уҡ көндө Шыршы байрамын асыу тан­танаһын ойошторҙо.

Айыҡ водителдәргә  Үтәгәндә юл асыҡ
Айыҡ водителдәргә Үтәгәндә юл асыҡ

Айыҡ водителдәргә Үтәгәндә юл асыҡ

Үтәгән ауылында “Айыҡ водитель” тип исемләнгән ауыл техникаһы парады үтте. Сәләмәт тормош рәүешен пропагандалаусы үтәгәндәр ошо уҡ көндө Шыршы байрамын асыу тан­танаһын ойошторҙо.

Ауыл был көндө техника тауышынан гөрләп торҙо, ә Ҡыш бабайҙар һәм Ҡарһылыуҙарҙың күплеге күҙҙәрҙе ҡамаштырҙы. Бер- бер артлы үтеп торған һәм матур биҙәлгән һәр транс­порт сараһын­да ҡунаҡтарҙы Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу, төрлө әкиәт геройҙары сәләмләне. Бай­рамда ҡатнашыу­сылар рәхәтләнеп күңел астылар, ҡаҙанда бешкән тәмле бутҡа менән һыйландылар, күңелдәре булғансы үҙ-ара аралаштылар. Был сара ауылда үткәрелгән иң сағыу һәм иң айыҡ байрамдарҙың береһенә әүерел­де.

Байрамға Сахай, Ефремкин, Прибель­ский ауыл советтарынан да ҡунаҡтар ки­леп еткән. Саф һауа һәм яҡшы һауа торо­шо ла байрам кәйефенә йоғонто яһаны.

Сара һуңында техника парадының бар­лыҡ ҡатнашыусылары – айыҡ водителдәр дипломдар менән бүләкләнде.

“Айыҡ ауыл” Республика конкурсы сиктәрендә үткән байрам сараһына үтә­гәндәр бик оҙаҡ һәм ентекле әҙерләнгән. Был эштә Яңы Ҡыйышҡы ауылы Советы хакимиәте башлығы Фәнзиә Өмәтҡоло­ваның ярҙамы сикһеҙ.

Мәртәбәле конкурста еңеү яуларға яҙһын һеҙгә, үтәгәндәр!

Автор:
Читайте нас: