Мәҫәлән, “Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” буйынса дәүләт программаһына ярашлы, Бекетов ауылынан Юлия һәм Андрон Вишевтарға торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн аҡсалата сертификат бирелде.
Юлия Александровна “Артемида” тоҡомсолоҡ хужалығында ветеринар табибы булып эшшләй. Ә тормош иптәше Андрон Александрович Росгвардия отрядында махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Шуға күрә улар торлаҡҡа хоҡуҡ менән өҫтөнлөклө файҙалана алды.
Сертификатты алғандан һуң ғаилә үҙ йорттарын төҙөп инергә ниәтләй.
- Хыялығыҙҙағы өйҙө һалып инеп, бәхетле йәшәргә насип булһын, - тине район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров.
Беҙ ҙә Вишевтарға ныҡлы һаулыҡ, теләгән барлыҡ ниәттәренең бойомға ашыуын теләйбеҙ.
Гөлсәсәк Сәлихова.