Даирә
-4 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
1 Декабрь 2023, 21:24

«Ярҙам поезы» Бөрө ҡалаһында һәм Ҡырмыҫҡалы районында булды

Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәрҙең ғаиләләренә тос ярҙам күрһәтелә    

«Ярҙам поезы» Бөрө ҡалаһында һәм Ҡырмыҫҡалы районында булды
«Ярҙам поезы» Бөрө ҡалаһында һәм Ҡырмыҫҡалы районында булды

Ҡырмыҫҡалы, Архангел, Ғафури райондарынан һәм Межгорье ҡалаһынан 100-гә яҡын кеше ҡабул ителде. Халыҡ кәңәш һорап "Ватанды һаҡлаусылар" фонды бүлексәһенең социаль координаторҙарына, министрлыҡтар һәм ведомстволар белгестәренә мөрәжәғәт итте, 200-ҙән ашыу һорау әҙерләнгән. Шуларҙың күбеһе урында уҡ хәл ителгән. Ғариза биреүселәр юридик консультация, федераль һәм төбәк ярҙам сараларына асыҡлыҡ индереү, медицина ярҙамы күрһәтеүҙе ойоштороу буйынса консультация алды.

«Ватанды һаҡлаусылар» фонды филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина әйтеүенсә, был «Ярҙам поезы» проекты сиктәрендә республика райондарына һәм ҡалаларына етенсе тапҡыр сығыу.

«Бөгөн беҙ бер юлы ике урында: Бөрө ҡалаһы һәм Ҡырмыҫҡалыла булдыҡ. Беҙҙең менән аҙна һайын йөрөгән министрлыҡтар һәм ведомство белгестәре менән бергә барлығы 800-ҙән ашыу кеше ҡабул ителгән. Был эште киләсәктә лә мотлаҡ дауам итербеҙ. Ветерандарҙың ғаиләләренә һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам ҡулайлы булһын өсөн, һәләк булған яугирҙәрҙең ғаилә ағзаларына тейешле ярҙам күрһәтеү маҡсатында фонд бүлексәһе социаль координаторҙарҙың ставкаларын арттыра. Йыл аҙағына тиклем республиканың һәр муниципалитетында "Ватанды яҡлаусылар" фондының социаль координаторҙары эшләйәсәк, — тине ул. 

Граждандар ҡабул итеү йомғаҡтары буйынса ветерандарға һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү мәсьәләләре буйынса брифинг үтте.

Мишкә районы хакимиәте башлығының социаль эштәр буйынса урынбаҫары Лариса Александрова сығыш яһап, "Ватанды яҡлаусылар" дәүләт фонды башҡарған эштәр өсөн рәхмәт белдерҙе.

«Фонд булдырылғанға тиклем ветерандар, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм ғаилә ағзалары менән бөтә эштәрҙе хакимиәт башҡарҙы. Һорауҙар күп булды, барыһы ла беҙгә мөрәжәғәт итте. Был - күп ваҡыт һәм түҙемлек талап иткән ғәйәт ҙур эш. Фонд барлыҡҡа килгәс, беҙгә эш күпкә еңелләште. Районда социаль координатор барлыҡҡа килеү менән иң баштан уҡ бик күп һорауҙар хәл ителде. Улар барлыҡ мәсьәләләрҙе лә урында уҡ хәл итә. Фонд бүлексәһенә һәр ваҡыт ярҙам иткәнегеҙ өсөн рәхмәт. Ә "Ярҙам поезы" кеүек акция – бик мөһим ваҡиға, ул даими булыр тип ышанабыҙ», — тине ул.

Граждандарҙы киләһе ҡабул итеү 7 декабрҙә үтәсәк.

 

Фотолар "Ватанды һаҡлаусылар" фондынан алынды.

 
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: