Даирә
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
24 Ноябрь 2023, 10:28

Эстафетаны ҡабул итте

Шәрипҡол ауылы мәктәбе директоры Рәйлә Ғәйнуллина Үтәгән ауылы мәктәбе директо­ры Зорина Иҙрисованан “Изге яҙылыу” эстафетаһын ҡуш ҡул­лап ҡабул итеп алды.

Эстафетаны ҡабул итте
Эстафетаны ҡабул итте

Шәрипҡол ауылы мәктәбе директоры Рәйлә Ғәйнуллина Үтәгән ауылы мәктәбе директо­ры Зорина Иҙрисованан “Изге яҙылыу” эстафетаһын ҡуш ҡул­лап ҡабул итеп алды.

Рәйлә Наил ҡыҙы Шәрипҡол мәктәбенең 8-се класында бе­лем алыусыға “Даирә” гәзитен бүләк итте. Был уҡыусының атаһы әлеге көндә махсус хәр­би операция биләмәһендә. Яу­гирҙең ғаиләһе ярты йыл буйына башҡорт телендә нәшер ителгән район гәзитен алдырасаҡ. Ал­лаһ бирһә, йорт хужаһы ла ошо арала тыуған яҡтарына әйлә­неп ҡайтып, “Даирә”не ҡулына алыр, тигән өмөттә ҡалабыҙ.

Рәйлә Наил ҡыҙы эстафетаны Бишауыл-Уңғар мәктәбе етәксеһе Ильяс Вәлиевҡа тапшырҙы.

Донъябыҙҙы ошондай изге ғәмәлдәр генә йәмләһен һәм кү­гебеҙ һәр саҡ тыныс булһын!

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: