Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
14 Ноябрь 2023, 20:52

Махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ялға ҡайтҡан Радик Динәхмәтов Башҡорт филармонияһында сығыш яһаны

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, билдәле йырсы һәм флейтасы Радик Динәхмәтов үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға юлланғайны, әле ул ҡыҫҡа ваҡытлы ялда. Дүшәмбе көндө ул үҙе эшләп киткән Башҡорт филармонияһына килде.

Махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ялға ҡайтҡан Радик Динәхмәтов Башҡорт филармонияһында сығыш яһаны
Махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ялға ҡайтҡан Радик Динәхмәтов Башҡорт филармонияһында сығыш яһаны

Филармонияға ингәс, артист бер тубығына теҙләнде. Музыкантты үҙе яратып башҡарған «Әлдә һин бар әле донъяла» йырын ҡурайҙа уйнап ҡаршы алдылар.

Осрашыуҙа мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, учреждение етәкселеге һәм артистары ҡатнашты. Хәрби кейемдә сәхнәгә күтәрелгәс, Радик үҙенең хеҙмәте хаҡында һөйләне һәм «Башҡортостан» полкы маршы»н башҡарҙы. Һүҙҙәрен — 7-се мотоуҡсылар ротаһы командирының хәрби-сәйәси эштәр буйынса урынбаҫары Олег Миңлеғәлиев, ә көйөн Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Олег Жданов яҙған.

— Мин генерал Таһир Күсимов исемендәге өсөнсө батальон взводында хеҙмәт итәм, уның исемен ҙур ғорурлыҡ менән йөрөтәбеҙ. Беҙҙең батальонды Йылайыр районының Юлдыбай ауылы егете етәкләй. Мин санитар һәм ашығыс ярҙам водителе вазифаһын үтәйем. Үҙем менән водитель таныҡлығын да алғайным. Ғүмеремдә лә бындай машина йөрөткәнем юҡ ине, Ватан «кәрәк» тигәс, рулгә ултырҙым, — тине Радик Динәхмәтов. — Тәүҙә миңә бик ауыр булды, ауыр физик эштән бармаҡтарым һыҙлап йөҙәтте, хәҙер өйрәндем инде. Аллаһ бирһә, еңеү менән ҡайтырбыҙ, йәнә тынлы оркестрҙа рәхәтләнеп эшләрмен.
 
 
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: