Яугирҙәргә һарымһаҡ
Айыҡ ауыл халҡы махсус хәрби операция яугирҙәренә ярҙам итә. Был юлы һүҙебеҙ һарымһаҡ тураһында.
Үтәгән ауылында ҡабаҡ ҡына түгел, шулай уҡ һарымһаҡ та шәп үҫә. Көҙ – һалҡын алдырыу ваҡыты. Был ваҡытта кешенең иммунитетына ла ярҙам талап ителә. Быны яҡшы аңлаған үтәгәндәр яҙ көнө үк баҡсаларына файҙалы йәшелсәне ултыртҡан һәм йәй буйы уны яҡшылап ҡарап үҫтергәндәр, ә көҙөн йыйып алып, киптергәндәр, таҙалағандар һәм матур төҫ биргәндәр. Был инициативаның авторҙары әйтеүенсә, барлығы 40 кг һарымһаҡ әҙерләнгән. Ошо тәбиғи антибиотик сираттағы гуманитар конвой менән махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатыласаҡ.
“Айыҡ ауыл” республика конкурсының муниципаль этабы башланғас та, Үтәгән ауылы халҡы эшлекле инициатив команда төҙөүгә өлгәште. Был ваҡыт эсендә улар ауыл халҡын ғәҙәти сәләмәт тормош алып барыуға ылыҡтырыу маҡсатына ҡоролған төрлө форматтағы унлаған сара үткәрҙе. Шулай ҙа, ауыл старостаһы Дилара Ҡоҙайғолова етәкселегендә үтәгәндәр үҙҙәренең эшмәкәрлегендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеүҙе иң өҫтөнлөклө йүнәлеш тип һанай. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, үткән йылдың сентябрендә Яңы Ҡыйышҡы ауыл советынан 13 кеше хәрби статусын алды.
Бар күңелен һәм хәстәрлеген һалып үҫтергән һарымһаҡ беҙҙең хәрбиҙәргә ярҙам итер, тип ышына үтәгәндәр! Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, Яңы Ҡыйышҡы ауыл советы халҡы махсус хәрби операция яугирҙәренә иң әүҙем ярҙам күрһәтеүселәрҙең береһе. Ысынлап та, дөйөм эш ниндәйҙер башҡа проблемаларыңдан һәм хәстәрлектәреңдән арынырға ярҙам итә. Йәмәғәт эшенә баш көллө сумһаң, спиртлы эсемлектәр эсеү кеүек алама ғәҙәттәргә ваҡытың ҡалыуы ла икеле...
Гөлнара НИЗАМОВА.
Үтәгән ауылы.