Яугирҙәр менән осрашыу
Яңы Ҡыйышҡы ауылы мәҙәниәт йортонда Үтәгән һәм Яңы Ҡыйышҡы ауылы халҡы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар менән осрашты.
Осрашыу ваҡытында яугирҙәр хәрби хәрәкәт, еңеүгә табан илткән ауыр юлдар һәм һынауҙар тураһындағы хәтирәләре менән бүлеште, ҡыҫҡаса ғына махсус хәрби операциялағы көндәлек тормошто бәйән иттеләр. Шулай уҡ үҙҙәренең дуҫтары, ауыр саҡта бер-береңә дуҫтарса ярҙам күрһәтеү хаҡында һөйләнеләр. Улар бик аҙ һүҙлеләр. Мобилизацияланғандарға ярҙам күрһәткәндәре өсөн яҡташтарына рәхмәт әйттеләр. Бигерәк тә, яҡташтарының исемләп ебәрелгән посылкалары өсөн ҡыуаныуҙарын белдерҙеләр.
- Иң беренсе сиратта беҙгә гуманитар ярҙам итеүселәргә рәхмәт әйткебеҙ килә. Гуманитарка менән килеүсе район хакимиәте башлығына, ирекмәндәргә оло рәхмәт. Окоптарҙа булған саҡта һәр саҡ үҙебеҙҙең ғаиләгә ҡайтасағыбыҙ, ауылдаштарыбыҙ менән осрашасағыбыҙ тураһында уйландыҡ. Ауыр минуттарҙа ошондай уйҙар беҙгә көс һәм өмөт бирҙе, ә һеҙҙең хаттар күңелдәребеҙҙе йылытты, - тине улар, залда ултырғандарҙың барыһына ла мөрәжәғәт итеп.
Отпускка ҡайтҡан яҡташтар өсөн ауыл клубында “Беҙ бергә” тип аталған концерт ойошторолдо. Унда Үтәгән һәм Яңы Ҡыйышҡы ауылдары уҡыусылары һәм уҡытыусылары – Элина Туймуллина, Айнур Күскилдин, Ильвина Әхмәтйәнова һәм шулай уҡ Прибельский мәҙәниәт йортоноң Дарья Якунина етәкселегендәге “Хорошие девчата” вокаль ансамбле ҡатнашты.
Осрашыу һуңында күмәкләшеп иҫтәлеккә фотоға төштөк һәм ошондай йәмле сара ойоштороусыларҙың барыһына рәхмәт белдерҙек.
Фәнзиә ӨМӘТҠОЛОВА.
Яңы Ҡыйышҡы ауылы.