Яугир менән осраштылар
Мырҙа ауылы халҡы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ауылдаштары менән осрашты. Ил алдындағы бурысын намыҫлы үтәүсе батыр егет ошо көндәрҙә ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан. Осраҡты файҙаланып, ауылдаштары мәсеттә уның менән матур осрашыу ойошторған. Осрашыуға йәше лә, ҡарты ла дәррәү йыйылған, сөнки уларҙың барыһы ла бындай сараның мәғәнәһен һәм әһәмиәтен яҡшы аңлай. Ауылдаштар алғы һыҙыҡтан ҡайтҡан яҡташтарынан хәрби хәрәкәттәр барышы тураһында һорашты, яуҙағы ауырлыҡтар хаҡында белеште һәм һалдаттарҙың көндәлек тормошо менән ҡыҙыҡһынды. “Беҙҙән ниндәй ярҙам кәрәк?” тигән һорауҙы ла бирмәйенсә булдыра алманы улар.
Осрашыу һуңында ауыл муллаһы Фриль Ғәлиев йәш егеткә изге теләктәрен әйтте һәм ауылдаштар күмәкләшеп доға ҡылдылар, сәй табыны ҡорҙолар. Яуҙа һәләк булған ватандаштарҙы иҫкә алып, улар өсөн дә аят бағышланы мырҙалар.
Ҡыҫҡа ваҡытлы ял аҙағына ла етеп килә. Мырҙа егете тиҙҙән тағы ла махсус хәрби операция биләмәһенә юл ала. Уға барлыҡ район халҡы исеменән изге юлдар, именлек-һаулыҡ һәм еңеүҙәр менән тиҙерәк тыуған төйәгенә әйләнеп ҡайтыуын теләп ҡалабыҙ.
Яңы Ҡыйышҡы ауыл советы мәғлүмәттәре буйынса
Розалия НАЗАРОВА әҙерләне.