“Муравей” мәктәпкә килде
Үтәгән мәктәбе уҡыусылары махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы “Муравей” ҡушаматлы яҡташы менән осрашты. Яугир үҙенең туған мәктәбенә ашҡынып һәм шул уҡ ваҡытта тулҡынланып килде.
“Муравей” – хәрби һөнәрле кеше. Ул бер нисә йыл контракт буйынса хеҙмәт итә. Бөгөнгө көндә уның контракт буйынса хеҙмәте тамамланған. Әле ул махсус хәрби операция биләмәһенә кире барырғамы, әллә тыуған төйәктә генә хеҙмәтте дауам итергәме тигән уйҙар солғанышында.
Уҡыусылар яугир һөйләгәндәрҙе иғтибар менән тыңланы һәм үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе. Был фәһемле һәм илһөйәрлек менән һуғарылған йылы осрашыуҙа балалар ысын батырҙарҙың беҙҙең эргәлә генә йәшәүе, Ватаныбыҙға һөйөү, ҡаһарманлыҡ һәр бер Рәсәй кешеһенең сифаты икәненә тағы бер ҡабат инандылар.
Яңы Ҡыйышҡы ауыл советы
мәғлүмәттәре буйынса
Розалия НАЗАРОВА әҙерләне.