Маскировка селтәрҙәре үрәләр
Ноябрь айы башынан алып Үтәгән ауылы ҡатын-ҡыҙҙары махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн маскировкалау селтәрҙәре үреү менән мәшғүл.
Ауыл старостаһы, әүҙем кеше, идеялар генераторы һәм “Айыҡлыҡ - көслөләр һайлаған йәшәү нормаһы!” проектының авторы Дилара Ҡоҙайғолованың сираттағы идеяһы менән башҡарыла был эш.
Селтәр үреү өсөн материал алырға “Еңеү өсөн” патриотик клубы ағзалары ярҙам итһә, Үтәгән мәктәбе хакимиәте бина менән тәьмин итте. Социаль селтәрҙәрҙә эленгән ярҙамға саҡырыу иғландарын күреп, урындағы халыҡ та дәррәү ярҙамға ашыҡты.
Маскировкалау селтәрҙәре – киң ҡулланышлы маскировкалау төрө булып тора һәм дошманды алдарға, ориентирҙан талпынырға, позицияларҙы йәшерергә мөмкинлек бирә. Шулай уҡ маскировкалау селтәре менән ҡапланған окопты дошман квадрокоптеры күрмәй, ә танктар дошман өсөн тау итәгенә әйләнә. Шуға күрә маскировкалау селтәрҙәре беҙҙең яугирҙәр өсөн мотлаҡ кәрәк. Бөтә Рәсәй буйынса ирекмәндәр был эш менән күптән шөғөлләнә. Үтәгән мәктәбе хеҙмәткәрҙәре һәм битараф булмаған ауылдаштар ҙа бергәләшеп ошо мөһим һәм изге эшкә ҡушылды. Эш барышында ҡатын-ҡыҙҙар тыуған ауыл тураһында йыр өйрәнергә лә өлгөрҙөләр. Бына шулай улар бер үк ваҡытта “Айыҡ ауыл” конкурсына әҙерләнәләр. Ғөмүмән, ауыл халҡы һәр саҡ файҙалы эште бар күңелен биреп башҡара.
Маскировкалау селтәрен үреү бик үк еңел эш түгел. Шулай булыуға ҡарамаҫтан үтәгәндәр һәр бер таҫманы бәйләгән саҡта үҙҙәренең изге теләктәрен әйтә. Шуға ла бындай һаҡлау сараһы бик ышаныслы.
Яңы Ҡыйышҡы ауыл советы мәғлүмәттәре буйынса
Розалия НАЗАРОВА әҙерләне