Мәрхәмәтлек акцияһына ҡушылдыҡ
С.Т. Аксаков исемендәге Иҫке Ҡыйышҡы мәктәбендә уҡытыусылар, ата-әсәләр, уҡыусылар һәм мәктәп етәкселеге инициативаһы менән “Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ” акцияһы сиктәрендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү өсөн аҡса йыйыу маҡсаты менән “Изгелек йәрминкәһе” тип аталған мәрхәмәтлек сараһы уҙғарҙыҡ.
Был акцияла мәктәптең барлыҡ уҡыусылары, ата-әсәләре һәм уҡытыусылары әүҙем ҡатнашты. Беҙҙе бигерәк тә үҙҙәренең иғтибарын һәм йылыһын бүләк итергә әҙер булған шундай ихлас, изге күңелле, битараф булмаған балаларҙың күплеге ҡыуандырҙы.
“Изгелек йәрминкәһе”ндә ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусының да булыуы сарабыҙға оло мәртәбә өҫтәне.
Ошо изге эштә ҡатнашыусыларҙың барыһына ла был ваҡиға яуҙа йөрөгәндәргә ярҙам итеүҙән тыш, сағыу хис-тойғолар һәм яҡшы кәйеф бүләк итте.
Йәрминкәләге өҫтәлдәр зауыҡлы биҙәлеше һәм бай булыуы менән һатып алыусыларҙы йәлеп итте. Беренсе класс уҡыусыларының ата-әсәләре үҙҙәренең балалары өсөн бигерәк тә ныҡ тырышҡан. Был уларҙың тәүге йәрминкәһе!
Йәрминкәлә бар нәмә матур һәм байрамса ине. Уҡыусылар үҙҙәре үк һатыусылар ролен башҡарҙы. Һатып алыусылар символик хаҡҡа ғына үҙҙәренә оҡшаған әйберҙәр һатып алыу мөмкинлегенә эйә булды. Шулай уҡ аҡсалата ярҙам күрһәтеүселәр ҙә байтаҡ булды.
Уҡыусылар әйтеүенсә, был ауыр заманда һәр кем изге эштәр башҡарыу һәм мохтаждарға ярҙам итеү тураһында оноторға тейеш түгел.
Сәғәт ярым эсендә генә йәрминкәлә 23 мең һум аҡса йыйып алдыҡ. Был аҡса махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙға медикаменттар һәм иң ныҡ кәрәк булған әйберҙәр алыу өсөн ҡулланыласаҡ.
Мәктәп етәкселеге “Изге йәрминкә”гә килгәндәрҙең барыһына ла оло рәхмәт белдерә. Мәрхәмәтлек акцияһын ойоштороуҙа һәм үткәреүҙә ярҙам иткән бөтә уҡыусыларға һәм ата-әсәләргә рәхмәтлебеҙ.
Ирина ХАЖИВӘЛИЕВА.
Иҫке Ҡыйышҡы ауылы.