Даирә
+21 °С
Болотло
Файҙалы эштәр йылы
28 Сентябрь 2023, 09:54

Йәрминкәләр шәп үтте

Район үҙәге мәктәптәре “Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламай­быҙ”тигән изге акцияға ҡушылды һәм йәрминкәләр уҙғарҙы.

Йәрминкәләр шәп үттеЙәрминкәләр шәп үтте
Йәрминкәләр шәп үтте

Тәүге йәрминкә Ҡырмыҫҡалы гимназияһын­да үтте. Бында уҡыусылар һәм ата-әсәләр тырышлығы менән көҙгө уңыштан, төр­лө-төрлө тәм-томдарҙан һәм балаларҙың ҡул эштәренән торған өҫтәлдәр әҙерлән­де. Йәрминкәлә ҡатнашҡан 1-11-се класс уҡыусылары һәм ата-әсәләре көсө менән йыйылған 140 мең һумдан ашыу аҡсаның барыһы ла махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙамға ебәреләсәк.

Ҡырмыҫҡалының 2-се мәктәбендә лә йәрминкә ша­улап-гөрләп үтте. Һатыусылар ҙа, һатып алыусылар ҙа күп ине. Бында алма төшөрлөк урын булманы. Ҡамыр ашта­ры, сувенирҙар, үҫентеләр, үҙенсәлекле әйберҙәр, тоҙло ҡыярҙар, ҡайнатмалар һәм башҡалар. Быларҙың барыһын да ҡыйбат булмаған хаҡҡа һа­тып алырға мөмкин ине.

- Уҡыусылар, ата-әсәләр һәм олатай-өләсәйҙәр! Ба­рығыҙҙы ла йәрминкәлә тәбрик итәм! Беҙҙең уҡыу­сылар һәм ата-әсәләр бик тырышты, ныҡлы әҙерлән­де, - тине мәктәп директоры Марат Әбүбәкиров.

- Бөгөнгө сара ихласлыҡ менән һуғарылған. Бер уҡыусы ла, бер ата-әсә лә ситтә ҡалмағандыр тип уйлайым. Шундай әүҙем булғанығыҙ өсөн барығыҙға ла оло рәхмәт белдерәм. Махсус хәрби опе­рацияла ҡатнашыусыларға беҙҙең ярҙам бик мөһим һәм кәрәкле тине, - район мәға­риф бүлеге начальнигы урын­баҫары Гүзәл Сыңғыҙова.

Был көндө уҡыусылар һәм ата-әсәләр матур концерт программаһы ла әҙерләгән ине. Күңел йылыһын һалып эшләнгән 200 мең һумдан ашыу аҡса яугирҙәргә оҙаты­ласаҡ.

Мәрхәмәтлек йәрминкәһе ойоштороусыларға һәм унда ҡатнашыусыларға афа­рин тиергә генә ҡала.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас