

Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит!
БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы 13-сө тапҡыр үткәрелә килгән “Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит” республика шәфҡәтлелек акцияһына старт бирҙе. Ул 1 июлдән 31 авгусҡа тиклем ойошторола.
Сараның маҡсаты – әҙ тәьмин ителгән, күп балалы, ауыр тормош хәлендә ҡалған йә тулы булмаған ғаиләләрҙә үҫкән уҡыусыларға 1 сентябргә әҙерләнергә ярҙам итеү.
Канцелярия тауарҙары, яҙыу-һүрәт төшөрөү кәрәк-яраҡтары, дәфтәрҙәр, балалар ижады өсөн йыйылмалар хәйриә акцияһында ҡатнашыусыларҙан яңы килеш кенә ҡабул ителә. Портфелдәр, мәктәп формаһы, дәреслектәр, нәфис әҙәбиәт – яңы йәки һәйбәт торошта булырға тейеш.
Мәктәп кәрәк-яраҡтары «Ғаилә» район-ара үҙәктәрендә һәм уларҙың ҡала-райондарҙағы бүлексәләрендә ойошторола.
Ҡырмыҫҡалы районындағы ғаилә хеҙмәте адресы: Ҡырмыҫҡалы ауылы, Киров урамы, 40-сы һанлы йорт, 41-се кабинет, телефоны: 2-12-82.
Шәфҡәтлелек акцияһы сиктәрендә кеше хәлен аңлаған, тирә-йүндәгеләргә битараф булмағандарҙың тырышлығы менән йыл да Башҡортостанда меңләгән ғаиләләргә ярҙам күрһәтелә.
Акцияның һөҙөмтәләре сентябрь башында билдәле буласаҡ һәм бар республика халҡы иң әүҙем ярҙамсылар тураһында беләсәк. Барлыҡ мәғлүмәт БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының рәсми сайтында, Ғаилә порталында баҫыласаҡ.
Эльвира РӘХМӘТУЛЛИНА,
райондың “Ғаилә” хеҙмәте етәксеһе.